Беҙҙең Ҡутлинка ауылында бөтәһе лә хөрмәт иткән Наталья Алексеевна Ҡотлобаева йәшәй. Был һоҡланғыс гүзәл зат биш ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерә. Улы әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша, ә Наталья Алексеевна уның өйөнә, тыныс тормошҡа ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә.
Наталья Алексеевна ҡатын-ҡыҙ-әсә, ҡатын-ҡыҙ-эшсе һәм ҡатын-ҡыҙ-ветеран булараҡ тик һоҡланыу хистәре генә уята, барыһына ла өлгө булып тора. Өлкән булыуына ҡарамаҫтан, күңел күтәренкелеген юғалтмай, тормошто яратыуын дауам итә. Уйлап ҡараһаң, уның тормошо еңелдән булмаған бит, ауыр шарттарҙа эшләргә тура килгән.
Ул ғүмере буйына һауынсы булып хеҙмәт һала. Һыйырҙарҙы ҡул менән, йәйен хатта көнөнә өс тапҡыр һауғандар. Төнгө сәғәт өстә һауынсылар өйҙәренән сығып киткән, сөнки сәғәт биштә малдарҙы көтөүгә ҡыуғандар. Уға тиклем һыйырҙарҙы һауып, эсерергә кәрәк булған. Тиреҫте ҡул көсө менән таҙартҡандар. Төш ваҡытында һыйырҙарҙы яланда һауғандан һуң, бесән әҙерләү менән шөғөлләнгәндәр. Унан — киске һауым. Ял итергә тәүлегенә өс-дүрт сәғәт кенә ҡалған. Ҡул эшен һуңыраҡ еңеләйткәндәр. Әммә әллә ни күпкә түгел. Наталья Алексеевнаның хеҙмәт стажы 43 йыл тәшкил итә. Һәм ул ябай һауынсы ғына түгел, ә йылдың-йылында һауым күләмен арттырған производство алдынғыһы була. Уның менән тыуған “Ҡыҙыл Октябрь” колхозы ғына түгел, ә бөтә Краснокама районы ғорурлана.
Уның барлыҡ уңыштарын да һанап бөтөрөрлөк түгел. Намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәте, яуаплы булыуы өсөн бихисап рәхмәт хаттарына һәм маҡтау грамоталарына лайыҡ була. Иң юғары наградаға әсә булараҡ лайыҡ ул. Сөнки Наталья Алексеевна алты балаға яратҡан әсә, 13 ейән-ейәнсәре һәм дүрт бүлә-бүләсәренә хәстәрлекле өләсәй. Быны ул тормоштоң иң ҙур бүләге булараҡ ҡабул итә.
Өлкәнәйгән көнөндә Наталья Алексеевнаға балалары өсөн борсолорға ла туры килә шул. Улы Артем өлөшләтә мобилизизация ваҡытында махсус хәрби операцияға юллана. Был бойороҡто ир-узаман лайыҡлы ҡабул итә. Ә уның әсәһе һәм ғаиләһенә яҡын кешеләре өсөн борсолоу менән тулы еңел булмаған көндәр башлана.
Шуныһы ҡыуаныслы, ауылда халыҡ берҙәм, татыу. Беҙ ҙә Наталья Алексеевнаны яңғыҙын ҡалдырмайбыҙ, сәләмәтлеге, улының хеҙмәте тураһында ҡыҙыҡһынып торабыҙ. Сараларға саҡырабыҙ, һөйөү һәм хәстәрлегебеҙҙе күрһәтәбеҙ.
Улының ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан саҡтары әсә күңелен тынысландыра. Артем Валерьевичтың ҡайтыуын әсәһе һәм бөтә ғаиләһе ҙур түҙемһеҙлек менән көтә, яугирҙы ауылдаштары ла шатланып ҡаршы ала. Отпуск көндәрендә ул ауылдаштарына ла ваҡыт таба, сараларға килә. Осрашыуҙарҙа уны йылы ҡабул иткәнебеҙ, ярҙамыбыҙ өсөн рәхмәт әйтә, хеҙмәте, дуҫтарының батырлығы, ҡаһарманлығы тураһында һөйләй. Йәштәрҙе спорт менән шөғөлләнергә, яҡшы кеше булып ҡалырға, Ватанды, ғаиләңде һаҡларға һәр ваҡыт әҙер булырға өндәй.
Ә Наталья Алексеевна төшөнкөлөккә бирелмәй, улы менән барыһы ла яҡшы булып, уның тыныс тормошҡа мотлаҡ ҡайтасағына ышанып йәшәй. Һәм барлыҡ әсәйҙәргә улдарын иҫән-һау көтөп алыуҙарын теләй.
Дифинә Имамова,
Ҡотло ауыл клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы.