

Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Эмилия Сибрикова «Ғаилә бәйләнештәре – быуындар бәйләнеше» Республика конкурсында еңеүсе булды.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау Министрлығы ойошторған Конкурс 2025 йылдың 23 февраленән 23 апреленә тиклем үтә. Николо-Берёзовка ауылының балалар сәнғәт мәктәбен музыка бүлеге уҡыусыһы Эмиллия Сибрикова «Миңә тиңләшергә кеше бар» номинацияһында ҡатнаша. Үҙенең эшен ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы олатаһы И.Н.Сибриковҡа бағышлай.
Һәр эш ғаилә ҡиммәттәрен аңлау тәрәнлеге, хис-тойғоларҙың үҙенсәлеклелеге һәм ихласлығы буйынса баһалана. Ҙур экранда күрһәтелгән эштәр буйынса жюри ағзалары видеояҙмаларҙы, тапшырыуҙы, текстарҙың йөкмәткеһен, эштәрҙең үҙенсәлеген баһалай. Лидерҙарҙы һайлау өсөн ҙур тырышлыҡ һалынды.
Профессиональ жюри Эмиллия Сибриковаға юғары награда - 2-се урын тапшырҙы! Дипломды башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау Министры Ленара Иванова тапшырҙы.