Нефтекамала егеттәр һәм ҡыҙҙар турнирҙа ярышты

Нефтекамала ФСБ капитаны Руслан Холбан иҫтәлегенә арналған икебәйге дисциплинаһында заманса бишбәйге буйынса турнир уҙҙы.

Нефтекамала егеттәр һәм ҡыҙҙар турнирҙа ярыштыНефтекамала егеттәр һәм ҡыҙҙар турнирҙа ярышты
Нефтекамала егеттәр һәм ҡыҙҙар турнирҙа ярышты

Нефтекамала ФСБ капитаны Руслан Холбан иҫтәлегенә арналған икебәйге дисциплинаһында заманса бишбәйге буйынса турнир уҙҙы.

Нефтекама ғәҙәттәгесә турнирҙы уҙғарыу урыны булды. Йылдан-йыл ярыштар географияһы киңәйә. Быйыл ярыштарҙа Өфөнән, Екатеринбургтан, Силәбе өлкәһенән, Удмуртия Республикаһынан һәм Нефтекама ҡалаһынан 70-тән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. 15 йәштән 18 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар ярышты.

Турнир иртә таңдан «Амфибия» спорт үҙәгендә башлана. Бында балалар ирекле стилдә йөҙөүҙә ярышты. Һуңынан ҡатнашыусылар «Торпедо» стадионына күсә, унда турнирҙа ҡатнашыусылар фехтование һәм йүгереү буйынса үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.

Турнир йомғаҡтары буйынса иң яҡшы спортсылар бүләкләнде.

Нефтекамала егеттәр һәм ҡыҙҙар турнирҙа ярышты
Нефтекамала егеттәр һәм ҡыҙҙар турнирҙа ярышты
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас