Ҡурай
+24 °С
Дождь

Һабантуйға - Киров өлкәһенә

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Киров өлкәһенең XV Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында бик шәп сығыш яһаны.

Һабантуйға - Киров өлкәһенәҺабантуйға - Киров өлкәһенә
Һабантуйға - Киров өлкәһенә

Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Киров өлкәһенең XV Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында бик шәп сығыш яһаны.

Вятскополянск районына Бөтә Рәсәйҙән ҡунаҡтар йыйылды. Байрам ҡунаҡтарын бай программа көтте: йолалар, оҫталар йәрминкәләре, күргәҙмәләр, балалар һәм өлкәндәр өсөн уйындар.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусы Йылына арналған айырым әүҙемлектәр һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Һабантуйҙа шулай уҡ махсус майҙансыҡ – музей этноауылы эшләй, унда ҡунаҡтар халыҡ кәсептәре менән таныша һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша алды. Башҡорт, татар, вятка ихаталары ойошторолды. Башҡорт ихатаһында милли уйындар ("Бәйге") һәм башҡорт аш-һыуы тәҡдим ителде.

Мәҙәни-музыкаль программаны Киров өлкәһенән, Башҡортостан Республикаһынан һәм Татарстан Республикаһынан ижади коллективтар тәҡдим итте. Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары ла төрлө төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы. Улар тамашасыларға Башҡортостан мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштырыусы сағыу концерт программаһын тәҡдим итте. Уларҙың сығыштары байрамдың ысын биҙәге булды.

 

Һабантуйға - Киров өлкәһенә
Һабантуйға - Киров өлкәһенә
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас