Ҡурай
+16 °С
Дождь

Мәсет халыҡты берләштерҙе

Ике йыл элек Яңы Йәнйегет ауылы урамдарының береһендә бушлыҡ ине, ә бөгөн тирәяҡҡа йәм биреп, мәсет бинаһы ултыра. Мәсет төҙөү теләге менән ауыл халҡы һәм хакимиәте сыға, улар иман йортын төҙөгәндә бағыусы ла, төҙөүсе лә була.

Мәсет халыҡты берләштерҙеМәсет халыҡты берләштерҙе
Мәсет халыҡты берләштерҙе

Ике йыл элек Яңы Йәнйегет ауылы урамдарының береһендә бушлыҡ ине, ә бөгөн тирәяҡҡа йәм биреп, мәсет бинаһы ултыра. Мәсет төҙөү теләге менән ауыл халҡы һәм хакимиәте сыға, улар иман йортын төҙөгәндә бағыусы ла, төҙөүсе лә була.

Элек ауылда мәсет булмай, һәм Яңы Йәнйегет ауылы халҡы күрше ауылдар мәсеттәренә йөрөй. Ә уға мохтажлыҡ була, сөнки бында дини йолалар үтәлә, байрамдар үткәрелә. Шуға күрә йыйылыштарҙа иман йорто кәрәклеген белдереп, ауыл халҡы 2023 йылда “Атайсал” программаһы сиктәрендә эшкә тотона. Мәсет бер тында төҙөлә: бергәләп нигеҙен э ш л ә й ҙ ә р, с т е н а л а р ы н күтәрәләр, манара, тәҙрәләр урынлаштыралар, тирә-яҡ биләмәһен ҡойма менән уратып алалар. Әйткәндәй, мәсет ағастан – экологик яҡтан таҙа материалдан.

– Мәсет төҙөлөшө ауыл халҡын берләштерҙе. Һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырышты: кемдер аҡсалата, кемдер ҡул көсө менән. Икенсе йыл инде Ҡорбан байрамын ҙурлап үткәрҙек, сараға ауылыбыҙ халҡынан тыш бирелә тыуып үҫеп, ситтә йәшәүселәр ҙә ҡайтты, – тип һөйләй ауыл биләмәһе башлығы Ирина Ниғмәтова. – Шулай уҡ район хакимиәте лә ҙур ярҙам күрһәтте. Мәсет бөгөн ауыл биҙәге булып тора, үҙенсәлекле мат урлығы менән ү теп барыусыларҙың иғтибарын йәлеп итә. Мәсеттең эске яғы ла бик матур. Ә иң мөһиме, унда күңел йылыһы һәм тыныслыҡ бар, был мәхәллә кешеләре өсөн мөһим. Әйткәндәй, биш йыл элек ауыл биләмәһендә Иҫке Йәнйегет ауылында яңы мәсет асылғайны. Был ауылдар халҡының дини йолаларға ҡушылыуы тураһында һөйләй. Сөнки мәсет доғалар һәм дини йыйылыштар үткәреү урыны булыуҙан тыш, белем биреү һәм хәйриә саралары үткәрелгән йәмәғәт тормошо үҙәге лә булып тора. Мәсеттәр кешеләрҙе дөйөм ҡиммәттәр һәм йолалар тирәләй берләштерә. Әлеге в аҡыт т а ауыл биләмәһендә ер участкаһын р ә с м и л ә ш т е р е ү м е н ә н шөғөлләнәләр. Бында ла район хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтә. Ауыл биләмәләре буйлап эш сәфәре ваҡытында район хакимиәте башлығы Алексей Горбачев Яңы Йәнйегет ауылына ла барып, төҙөлөш барышын тикшерә. Ул, район етәкселеге халыҡтың традицион дини ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән бындай башланғыстарын һәм әүҙемлеген һәр ваҡыт хуплай, тип билдәләй.

– Районыбыҙ мәҙәниәтте, төрлө этностарҙың телдәрен берләштергән уникаль муниципалитет булып тора. Шуныһы мөһим, күп быуатлыҡ традицияларҙы һаҡлау буйынса эш район хакимиәттәре, ауыл биләмәләре, депутаттар корпусы, халыҡ менән берлектә алып барыла. Беҙҙең традицион дини тормош йәшәү сығанағы, мәңгелек ҡиммәттәр булып тора, был айырыуса бөгөн, махсус хәрби операция ваҡытында, мөһим. Күләмле төҙөлөштөң байтаҡ өлөшө тамамланған да инде. Һәр өмәлә бирегә халыҡ килә, мәсет биләмәһен һәм эске биналарын йыйыштырыуҙа ҡатнаша. Яңы Йәнйегет ауылы халҡы мәсеттә уңайлыҡтар булдыра башланы, келәмдәр түшәне.

Төҙөлөш башланғандан алып беренсе ярҙамсылар иҫәбендә Рим Шәрхиев тора. Марс Шаймырҙин менән бергә улар төҙөлөштә балта оҫтаһы булып эшләй. Әйткәндәй, Рим Шәрхиев үҙ ваҡытында Николо-Березовкала ТроицкНикольский ғибәҙәтханаһын тергеҙеүҙә ҡатнаша. Хәҙер үҙенең һөнәри оҫталығын һәм тәжрибәһен Яңы Йәнйегеттә ҡуллана, унда 2015 йылдан йәшәй, бирелә йорт төҙөй. Беҙ килгәндә, Рим Шәрхиев менән Айрат Хәбиров мәсетте йылытыу һәм металл сайдинг менән көпләү менән мәшғүл ине. Рим ағай әйтеүенсә, йыуыныу бүлмәһен йыһазлау, электр үткәргестәр, инженер коммуникациялары үткәреү буйынса эштәр ҡалған. Әммә яңыйәнйегеттәр башлаған изге эште тамамлаясаҡтарына ышана.

Мәсет халыҡты берләштерҙе
Мәсет халыҡты берләштерҙе
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас