Ҡурай
+8 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
13 Августа 2025, 10:38

Нефтекамалар – «Үҙ спорт ғаиләһе» фестивалендә!

Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Валерий Алеев ғаиләһе менән спорт ярыштарында алтын һәм бронза миҙалдар яуланы.

Нефтекамалар – «Үҙ спорт ғаиләһе» фестивалендә!Нефтекамалар – «Үҙ спорт ғаиләһе» фестивалендә!
Нефтекамалар – «Үҙ спорт ғаиләһе» фестивалендә!

Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Валерий Алеев ғаиләһе менән спорт ярыштарында алтын һәм бронза миҙалдар яуланы.

Физкультурасылар көнөндә Башҡортостан Республикаһының һәр мөйөшөндә 350-нән ашыу физкультура-күмәк һәм спорт саралары үтте. 40 000-дән ашыу кеше ҡатнашты.

Был көндө республиканың баш ҡалаһында тәүге тапҡыр «Үҙ спорт ғаиләһе» исеме аҫтында СВО ҡатнашыусылары һәм ветерандары, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзалары араһында фестиваль үтте. Нефтекама ҡалаһынан Валерий Алеев ҡатыны Рада һәм ҡыҙы Карина менән сығыш яһаны.

Армрестлинг, пуля һәм уҡтан атыу кеүек йүнәлештәрҙә Валерий Алеев күп кенә дәғүәселәренән көслөрәк булды. Уңышлы сығыштары һөҙөмтәһендә 2 алтын һәм 1 бронза миҙал!

Нефтекамалар – «Үҙ спорт ғаиләһе» фестивалендә!
Нефтекамалар – «Үҙ спорт ғаиләһе» фестивалендә!
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас