Ҡурай
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
19 Август 2025, 13:23

Краснокама спортсылары өҫтәл теннисы буйынса финал уйындарында еңеүсе булды

Команда йәнә, былтырғы кеүек, беренсе урынды яуланы.

Уҙған ял көндәрендә Краснокама районы өҫтәл теннисын яратҡан һәм был спорт төрө менән профессиональ шөғөлләнгәндәр өсөн тағы ла бер тапҡыр йәлеп итеү урыны булды. Бында Башҡортостан Республикаһының XXXIII ауыл спорт уйындарының финал ярыштары үтте.

Иң яҡшылар исеменә республиканың ҡала һәм райондарынан 27 команда көс һынашты. Командалар араһында көрәш ҡыҙыу барды, конкуренция көслө булды.

Былтыр Краснокама район йыйылма командаһы был ярыштарҙа еңеү яуланы. Быйыл краснокама спортсылары йәнә чемпион исемен раҫланы. Дина Яҡупова - чемпион, ағалы - ҡустылы Кемал Һәм Ильяс Ғәйфуллиндар көмөш призер булды.

Краснокама спортсылары өҫтәл теннисы буйынса финал уйындарында еңеүсе булды
Краснокама спортсылары өҫтәл теннисы буйынса финал уйындарында еңеүсе булды
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас