

Тиҙҙән Нефтекама ҡалаһы уҡыусылары ремонтланған 11-се һәм 15-се мәктәптәрҙә уҡый башлаясаҡ. 15-се мәктәптә күләмле ремонт тамамланған, 11-се мәктәптә спорт залында, акт залында һәм ашханала һуңғы штрихтар ҡала.
Ике учреждение ла оҙайлы, ике йыллыҡ яңыртыу процесын үтә: мәктәптәрҙә бөтә коммуникациялар үҙгәртелде, ҡыйыҡтар ремонтланды, 11-се мәктәптә фасад яңыртылды, коридорҙар үҙгәртелде, ә иркен кабинеттарҙа заманса ҡорамалдар ҡуйылады, уҡыу һәм ижад өсөн уңайлы шарттар булдырылды.
Эш сәфәре менән мәктәпкә хакимиәт башлығы Эльдар Вәлидов килде, ул ремонт сифатын, йыһазландырыуҙы һәм инфраструктураның әҙерлеген тикшерҙе.
Мәктәптәрҙә эштәрҙең төп өлөшө тамамланған, бары тик һаҡ-янғын сигнализацияһын һәм инеү контроле һәм идара итеү системаһын ҡуйыу, айырым бүлмәләрҙә мебель йыйыу, ҡоймалар ҡуйыу ғына ҡала.
Шулай итеп, мәктәптәр уҡыусыларын яңыртылған форматта ҡаршы аласаҡтар.