Ҡурай
+17 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
23 Сентября 2025, 10:00

475 йыл йолаларҙы һаҡлап

Уҙған ял көндәрендә Николо-Березовка ауылы 475 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был тантана төбәгебеҙҙең милләт-ара татыулығы һәм мәҙәни байлығы байрамына әүерелде. Байрам сиктәрендә Ленин урамында (элекке Сауҙагәр урамы) “Николай Чудотворец Березовский” төбәк-ара рус мәҙәниәте фестивале ойошторолдо. Унда Башҡортостан Республикаһының төрлө мөйөштәренән һәм Рәсәй төбәктәренән 50-нән ашыу ижади коллектив ҡатнашты.

Уҙған ял көндәрендә Николо-Березовка ауылы 475 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был тантана төбәгебеҙҙең милләт-ара татыулығы һәм мәҙәни байлығы байрамына әүерелде. Байрам сиктәрендә Ленин урамында (элекке Сауҙагәр урамы) “Николай Чудотворец Березовский” төбәк-ара рус мәҙәниәте фестивале ойошторолдо. Унда Башҡортостан Республикаһының төрлө мөйөштәренән һәм Рәсәй төбәктәренән 50-нән ашыу ижади коллектив ҡатнашты.

Сарала БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова, “Собор русских” төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһы ағзаһы Виктор Пчелинцев, дини ойошмалар вәкилдәре, шулай уҡ ауыл биләмәләре башлыҡтары, район Советы депутаттары һәм ойошма, предприятиелар етәкселәре ҡатнашты.

Сауҙагәр урамы танымаҫлыҡ булып үҙгәрә

Сара ҡунаҡтарҙың импровизацияланған ҡапҡа янында һаҡ аҫтында торған һаҡсылар менән осрашыуынан башланды. Ә ҡапҡанан ингәс — сағыу колоритлы костюмдар кейгән кешеләр, теҙелеп киткән ихаталар, оҫталар кибеттәре менән боронғо Сауҙагәр урамы. Элек йәрминкә көндәрендә ул шундай булған.

Ҡунаҡтар тәүҙә милли ихаталар менән танышты: бирелә традицион көнкүреш мөхитенә сумдылар, милли кейемдәр һәм һөнәрҙәрҙең төрлөлөгөн баһаланылар. Һәр ихата — рус, башҡорт, мари һәм татар — ҡунаҡтарҙы йырҙар, бейеүҙәр һәм төрлө һый-ниғмәттәр менән ҡаршы алды. Уларҙың һәр береһендә боронғо көнкүреш шул тиклем теүәл тергеҙелгән, хатта ҡунаҡтар бер мәлгә үткәндәргә ҡайтҡандай булды. Һәм, әлбиттә, ҡәҙерле ҡунаҡтарға символик бүләктәр ҙә тапшырылды.

Сарала ҡатнашыусыларҙы бай биҙәлеше менән төрлө кибеттәр ҙә һоҡландырҙы. Ҡунаҡтарға райондың бренды булған предприятиелар — Ҡарман балыҡ хужалығы һәм Хажи һөт заводының уңыштары хаҡында ла һөйләнеләр – был предприятиелар юғары сифатлы продукция етештереү һөҙөмтәһендә федераль кимәлдә танылыу алды.

Үткәндәрҙән — бөгөнгөгә

“Зов земли родной” театрлаштырылған прологы Николо-Березовка ауылы тарихына ысын сәйәхәт булды. Төп сәхнә алдындағы майҙанда сағыу тамаша тәҡдим ителде: халыҡҡа тере һүрәттәрҙә ауылға нигеҙ һалыу, уның барлыҡҡа килеүенең һәм райондың төп үҫеш этаптары тураһында һөйләнеләр.

Артабан байрам ҡунаҡтарын рәсми кешеләр сәләмләне.

Бөтәһен дә әйлән-бәйлән берләштерҙе

Тантаналы өлөштән һуң “Березонька” халыҡ ансамбле бөтә ҡунаҡтарҙы “Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек” әйлән-бәйләненә саҡырҙы.

Байрам фольклор коллективтарҙың концерт номерҙары менән сәхнәлә дауам итте. Сарала Мәскәү, Ярославлдән, Владимир һәм Ырымбур өлкәләренән, Пермь һәм Ставрополь крайҙарынан, Татарстан, Удмуртия һәм Сыуашстан Республикаларынан, шулай уҡ Башҡортостан райондары һәм ҡалаларынан 50-нән ашыу коллектив ҡатнашты.

— Беҙ Николо-Березовкаға беренсе тапҡыр ғына килмәйбеҙ һәм “Никола Вешний” байрамында ҙур теләк менән ҡатнашабыҙ. Һуңғы бер нисә йылда ғына  ҡатнаша алманыҡ. Һәм бөгөн бында булған үҙгәрештәргә шул тиклем хайран ҡалдыҡ! Ауылдың тарихи өлөшө иҫ киткес булып үҙгәргән: бөтә нәмә сағыу, бик матур итеп төҙөкләндерелгән, йөрөү өсөн урындар барлыҡҡа килгән. Беҙгә бөтә нәмә оҡшаны. Бында сығыш яһау — шул тиклем рәхәт! Һәм, әлбиттә, байрамдың кимәле һоҡландырҙы – барыһы ла юғары дәрәжәлә ойошторолған, — тине Благовещен ҡалаһынан “Уралочка” коллективы ағзалары.

Байрамда даими ҡатнашыусылар араһында Татарстандан “Миләшкәй” халыҡ вокаль ансамбле лә бар ине. Улар ҙа ауылдың тарихи өлөшө үҙгәреүен билдәләне.

Шулай уҡ алыҫтан да коллективтар килгән. Улар араһында — Сыуаш Республикаһынан “Кубняночка” халыҡ вокаль ансамбле.

— Бирегә тәүге тапҡыр килдек. Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә ВДНХ-ла сығыш яһаныҡ. Бында килеп етеү өсөн 700 километр юл үттек. Сараның ғибәҙәтхана алдындағы майҙанда үтеүе, программала ҡыңғырауҙар сыңлауы байрамды үҙенсәлекле итте. Әлбиттә, беҙҙе сараның кимәле, тирә-яҡтың матурлығы хайран ҡалдырҙы. Ауылдың боронғо өлөшөн һаҡлап ҡалып, шулай төҙөкләндереүегеҙгә шатбыҙ. Сағыу байрамдан онотолмаҫ тәьҫораттар алып ҡайтабыҙ, — тине улар.

Байрамдың үҙенсәлеге — оҫталар аллеяһы

Оҫта ҡулдар аллеяһында 100-гә яҡын халыҡ оҫтаһы йәки бөгөнгө һүҙ менән әйткәндә, креатив индустрия вәкилдәре үҙ кәштәләрен урынлаштырғайны. Бында традицион сигеүҙәрҙән һәм балсыҡтан эшләнгән һауыт-һабанан алып биҙәүестәр һәм эксклюзив сувенирҙарға тиклем ҡулдан эшләнгән үҙенсәлекле изделиелар тәҡдим ителде. Был киңлек халыҡ ижадын яратыусыларҙы йәлеп итеү үҙәгенә әүерелде.

Краснокама халҡы бик әүҙем ҡатнашты – район ауылдарында талантлы халыҡ йәшәй. Мәҫәлән, Ксения Дмитриеваның бәйләнгән уйынсыҡтары, брелок һәм башҡа әйберҙәре традицион рәүештә ҙур ихтыяж менән файҙаланды. Йәрминкә ҡунаҡтары Вера Нәбиуллинаның әйберҙәренә лә таң ҡалды — ул эшләгән биҙәүестәрҙең матурлығын тасуирлап ҡына аңлатып булмай. Светлана Исинбаеваның боронғо техникала бәйләнгән иҙән япмалары ла иғтибарҙы йәлеп итте. Әйткәндәй, оҫталарҙың күбеһе байрамдарҙа даими ҡатнаша. Улар араһында Бөрө, Өфө, Нефтекама оҫталары ла бар ине – кибеттәре әйберҙәрҙең байлығы һәм төрлөлөгө менән һоҡландырҙы. Үҙ әйберҙәрен дебютанттар ҙа тәҡдим итте. Улар араһында — Нефтекама ҡалаһының реабилитация үҙәге, ул балалар эшләгән изделиелар, дарыу үҫемлектәре тәҡдим итте.

Уҡтан аттылар, уйындарҙа ҡатнаштылар

Байрамда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн бай интерактив программа әҙерләнгәйне. Майҙансыҡта Ватанды һаҡлаусы йылы, М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәрҙе илһөйәрлек рухта тәрбиәләүгә арналған тематик майҙансыҡтар эшләне. “Николо-Березовка. Өйгә ҡайтыу 2.0” презентация тирмәһе ауылдың яңырыуы һәм үҫеше символына әүерелеп, иғтибарҙы айырыуса йәлеп итте.

Шулай уҡ уҡтан атыу һәм казак шашкаһын уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре, милли уйындар, арҡан тартыу, фестивалдең билдәле урындары һәм тирә-яҡ буйлап тематик экскурсиялар эшләне.

Балалар һәм өлкәндәр өсөн күңел асыу саралары күп булды. Татлы бүләктәр кескәйҙәрҙе ҡыуандырҙы.

Көндөҙгө программа тамамланыуға ҡыңғырауҙар байрамы башланды. Һауаны изге ҡыңғырауҙар сыңлауы тултырҙы. Ҡайһы берәүҙәр бирегә Башҡортостандағы иң боронғо изге ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы сиркәүҙең һәм Николай Чудотворец иконаһының ҡыңғырауҙары яңғырауын ишетергә килә.

Фольклор байрамы кисен “Кама йылғаһы өҫтөндә музыка” концерт программаһы менән тамамланды.

Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас