Ҡурай
+10 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
2 Октября 2025, 07:45

Ҡарман ГРЭС беренсе энергоблогы эшләй башланы

25-се Рәсәй энергетика форумында һәм «Урал Энергетикаһы» 31-се махсуслаштырылған күргәҙмәһендә республика башлығы Радий Хәбиров Ҡарман ГРЭС йылылыҡ электр станциялары генерация ҡорамалдарын модернизациялау федераль программаһы сиктәрендә реконструкцияланған 1-се энергоблогын сафҡа индереүгә старт бирҙе.

Ҡарман ГРЭС беренсе энергоблогы эшләй башланыҠарман ГРЭС беренсе энергоблогы эшләй башланы
Ҡарман ГРЭС беренсе энергоблогы эшләй башланы

25-се Рәсәй энергетика форумында һәм «Урал Энергетикаһы» 31-се махсуслаштырылған күргәҙмәһендә республика башлығы Радий Хәбиров Ҡарман ГРЭС йылылыҡ электр станциялары генерация ҡорамалдарын модернизациялау федераль программаһы сиктәрендә реконструкцияланған 1-се энергоблогын сафҡа индереүгә старт бирҙе.

Яңы ҡорамалдарҙы һынау үткәрелгән, генераторҙы синхронлаштырыу һәм селтәргә индереү менән йөкләнеше 30 МВт тәшкил итә. Бер нисә сәғәт эсендә ул 330 МВт номиналь ҡиммәткә етәсәк.

Артабан 2-се энергоблокты модернизациялау үткәреләсәк. 2027 йылға уны ватан ҡорамалдары менән камиллаштырыу планлаштырыла. Былар барыһы ла электр станцияһының хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайта һәм иҡтисади һөҙөмтәлелек күрһәткестәрен яҡшырта.

Ҡарман ГРЭС беренсе энергоблогы эшләй башланы
Ҡарман ГРЭС беренсе энергоблогы эшләй башланы
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас