Ҡурай
+27 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
9 Октября 2025, 08:40

Нефтекаманың КВН командаһы - иң яҡшыһы

Нефтекама ҡалаһының «Уҡытыусы» КВН командаһы III Бөтә Рәсәй профсоюз хеҙмәтсән йәштәр КВН профсоюз фестивалендә гран-при яуланы.

Нефтекаманың КВН командаһы - иң яҡшыһыНефтекаманың КВН командаһы - иң яҡшыһы
Нефтекаманың КВН командаһы - иң яҡшыһы

Нефтекама ҡалаһының «Уҡытыусы» КВН командаһы III Бөтә Рәсәй профсоюз хеҙмәтсән йәштәр КВН профсоюз фестивалендә гран-при яуланы.

Фестиваль Өфөлә «Торатау» Конгресс-холында үтте. Унда Рәсәйҙең 12 төбәгенән — Санкт-Петербургтан Кемерово өлкәһенә тиклем, шул иҫәптән Татарстан, Силәбе, Свердловск һәм Ырымбур өлкәләренән, шулай уҡ Башҡортостандан 12 команда ҡатнашты. 12 тармаҡ предприятиеларынан 110-дан ашыу йәш профсоюз активисы сығыш яһаны: мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, металлургия, нефть-газ һәм авиация сәнәғәте, һәм башҡалар.

Нефтекама ҡалаһынан 17-се мәктәп һәм 1-се Лицей вәкилдәре ингән «Уҡытыусылар» КВН командаһы сығыш яһаны. Уйын йомғаҡтары буйынса улар Өфөлә Бөтә Рәсәй хеҙмәтсән йәштәр КВН профсоюз фестивалендә гран-при яуланы.

Бынан алда «Уҡытыусылар» Башкортостан республикаһы хеҙмәтсән йәштәр КВН профсоюз фестивалендә гран-приға лайыҡ булды. Хәҙер улар Бөтә Рәсәй кимәлендә лә иң яҡшылары булды.

 

Нефтекаманың КВН командаһы - иң яҡшыһы
Нефтекаманың КВН командаһы - иң яҡшыһы
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас