Ҡурай
+4 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
29 Октября 2025, 11:01

Нефтекамала башҡорт теле һәм мәҙәниәте көндәре тамамланды

Нефтекама ҡалаһының мәҙәниәт үҙәгендә башҡорт теле Һәм мәҙәниәте көндәрен ябыу тантанаһы үтте. Был сағыу ваҡиға Нефтекама, Яңауыл, Ағиҙел һәм Краснокама райондарының ижади коллективтарын берләштерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Нефтекамала башҡорт теле һәм мәҙәниәте көндәре тамамландыНефтекамала башҡорт теле һәм мәҙәниәте көндәре тамамланды
Нефтекамала башҡорт теле һәм мәҙәниәте көндәре тамамланды

Нефтекама ҡалаһының мәҙәниәт үҙәгендә башҡорт теле Һәм мәҙәниәте көндәрен ябыу тантанаһы үтте. Был сағыу ваҡиға Нефтекама, Яңауыл, Ағиҙел һәм Краснокама райондарының ижади коллективтарын берләштерҙе.

Сәхнәлә дәртле башҡорт йырҙары, ҡурай һәм домбра көйҙәре яңғыраны. Йәш артистар милли бейеүҙәрҙе ихлас башҡара, тамашасыларҙың һоҡланыуын тыуҙыра. Байрам атмосфераһы Башҡортостандың мәҙәни мираҫы өсөн йылылыҡ, берҙәмлек һәм ғорурлыҡ менән һуғарылды.

Башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитетының айырыуса яҡшы эшләгән ҡатнашыусыларына Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайынан һәм ҡаланың мәҙәниәт Идаралығынан рәхмәт грамоталары тапшырылды. Мәҙәниәт эстафетаһын һәм дуҫлыҡ Кубогын мари милли үҙәгенә тапшыралар.

фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте сайты

Нефтекамала башҡорт теле һәм мәҙәниәте көндәре тамамланды
Нефтекамала башҡорт теле һәм мәҙәниәте көндәре тамамланды
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас