Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
7 Ноябрь 2025, 11:12

Краснокама районында инклюзив тегеү оҫтаханаһы асылды

Краснокама районында «Раздолье» психоневрология интернаты базаһында «Тылсымлы тегеү» инклюзив тегеү оҫтаханаһын булдырыу буйынса социаль проектҡа старт бирелде. Инициатива «Семья» һәм «Активные меры содействия занятости» милли проекттары сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Проект Башҡортостан Республикаһы башлығы гранттары Фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына конкурста «Раздолье» Үҙәге автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы командаһының еңеүе арҡаһында мөмкин булды.

Волонтерҙар әүҙем әҙерлек фазаһында: профессиональ ҡорамалдар (тегеү машиналары, оверлоктар, киҫеү өҫтәлдәре) һатып алына һәм буласаҡ оҫтабикәләр өсөн тәүге дәрестәр башлана. Башланғыс этапта хәүефһеҙ эш ҡағиҙәләрен өйрәтеүгә айырыуса иғтибар бүленә.

«Раздолье» психоневрология интернаты директоры Ирина Тимерова билдәләүенсә, проект йәшәүселәрҙең социаль яраҡлашыу мәсьәләләрен комплекслы хәл итеүгә йүнәлтелгән.

Краснокама районында инклюзив тегеү оҫтаханаһы асылды
Краснокама районында инклюзив тегеү оҫтаханаһы асылды
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас