Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
20 Ноябрь 2025, 15:00

Көтөлмәгән осрашыу

Ул йыш ҡына эшкә һауа хәүефе сиренаһы аҫтында бара. Бомба тауышы аҫтында эшләргә лә күнегеп бөткән. Нефтекаманан 25 йәшлек шәфҡәт туташы Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыуын ташлап, Оборона министрлығы менән контракт төзөй һәм хәҙер Белгородтың хәрби госпиталендә «практика» үтә.

Ул йыш ҡына эшкә һауа хәүефе сиренаһы аҫтында бара. Бомба тауышы аҫтында эшләргә лә күнегеп бөткән. Нефтекаманан 25 йәшлек шәфҡәт туташы Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыуын ташлап, Оборона министрлығы менән контракт төзөй һәм хәҙер Белгородтың хәрби госпиталендә «практика» үтә.

Беҙ уның менән «Октава» үҫмерҙәр клубында осраштыҡ, унда ирекмәндәр штабы эшләй. Госпиталгә һәм алғы һыҙыҡҡа ярҙам иткәндәре өсөн ҡыҙ уларға рәхмәт әйтергә килгән. «Октава»ға ул бала сағында йөргән - компьютер курстарында уҡыған.

- Миңә ул ваҡытта 14 йәш, Украинала конфликт башланып ҡына килә ине, мине андағы ваҡиғалар артыҡ борсоманы. Мин ябай үҫмер инем. Һуңынан миңә кемдәр беренсе ополченец булған, нисек һәм ни өсөн шулай булғаны ҡыҙыҡ булып китте. Украинала кем менән һуғышҡандарын да белмәй инем. Бының менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына башланым. Донбастағы йыртҡыстар хаҡында ишеткәс, ситтә ҡала алмаҫымды аңланым, - тип иҫенә төшөрә ҡыҙ.

СВО башланғанда, ул инде медицина университетында уҡыған. Башта ирекмән булырға: окоп шәмдәре яһарға, маскировка селтәрҙәре үрергә йәки гуманитар йөк йыйырға теләгән. Әммә үҙенең медицина белеме күпкә файҙалыраҡ буласағын аңлаған. Төплө ҡарарҙы ул дошман Курск өлкәһенә ингәндән һуң ҡабул иткән. Ләкин бер ауырлыҡ: был хаҡта әсәйһенә нисек хәбәр итергә?

- Мин уға башта, Ростовта командировкаламын, тинем. Әхирәтем менән кафела ултыра инек. Мин уға бындағы матурлыҡтың фотоһын һалдым. Шунан шылтыратып: «Фотоларды ҡараныңмы?» – тип һорайым. Ул «эйе» тип яуапланы. «Әсәй, күрәһеңме, минең бында барыһы ла һәйбәт, хатта кафела ултырам. Тик мин һине бер аҙ алданым бит әле. Мин Ростовта түгел, ә Белгородта». Әсәйгә шок булды инде, әлбиттә, - тип һөйләй шәфҡәт туташы.

Контрактына ул СанктПетербургта ҡул ҡуйған, унда госпиталдәрҙә эшләү өсөн медицина персоналы йыйғандар. Йәш яугир курсын үтә, тактик медицинаның үҙенсәлектәрен өйрәнә. «Татарчонок» тигән позывной ала. Уны Белгородҡа ебәрәләр.

- Беҙҙе ҡаршы алдылар, бүлексәләргә бүлделәр. Тәүҙә яраларҙың шундай ауыр булыуына аптырай инем. Һөнәри юлым әлегә оҙон түгел бит, күп нәмәне күргәнем булманы. Әммә ваҡыт уҙыу менән күнегеп киттем. Тәүге сиренаны төнлә ишеттем. Иң ғәжәбе шунда, уға берәү ҙә иғтибар итмәй, һаман да йоҡлай бирә. Һуңынан мин дә барыһына ла тыныс ҡарай башланым. Әммә ике аҙнанан яҡында ғына ысын бомба ярылыуын ишеттем. Бик ныҡ ҡурҡтым. Ишек төбөндә торҙом, сөнки тәҙрәнән ситкәрәк китергә кәрәк ине. Әммә быға ла күнегеп киттем, - ти һөйләй Татарчонок.

Ул беренсе тапҡыр бомбаға тотоуға эләккән видеоһы менән уртаҡлашты. Төн, ҡараңғы бүлмә, канонада тауыштары ғына тыштан ишетелә. Ә һуңынан бер аҙҙан төшөрөлгән кадрҙарҙы күрһәтте. g Һауа хәүефе сиренаһына һәм бомба ташлауға ҡарамаҫтан, шәфҡәт туташы медицина процедуралары өсөн кәрәкле бөтә нәмәне тыныс ҡына әҙерләүен дауам итә.

Н а ц и с т а р ғ а  с а ҡ ы р ы у ташлағандай: «Ә беҙ эшләүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Хатта шундай мәлдәрҙә лә», - ти. - Профессиональ яҡтан үҫтемме? Эйе. Беренсенән, яралы янына килеп ярҙам күрһәтеү өсөн бер ниндәй ҙә ҡурҡыу юҡ. Был үҙе үк ҙур плюс. Дөрөҫөн әйткәндә, мин килгән саҡта бер ни ҙә белмәй инем. Өлкән остаздар артынан йөрөнөм һәм уларҙан өйрәндем. Ә һуңынан минем арттан яңы килеүселәр шулай йөрөнөләр. Тәүҙә мин процедуралар кабинетында инъекциялар яһаным һәм яралыларҙы тәрбиәләнем. Унда ярҙамсылар күп кәрәк, сөнки яралылар ҙа аҙ түгел. Һигеҙ ай үткәс, мине смена буйынса өлкән итеп ҡуйҙылар. Арабыҙҙа мин иң кеселәренең береһелер, моғайын, - ти яҡташыбыҙ.

Эш графигы көсөргәнешле: бер тәүлек смена, бер тәүлек ял. Әммә нефтекамалы ирекмәндәр эшмәкәрлеге өсөн дә көс таба. Госпиталдә ул Белгород өлкәһе ирекмәндәре менән танышҡан.

- Беҙгә медицина белеме булғандар ҙа, булмағанадар ҙа килеп ярҙам итте. Кемдер иҙән йыуҙы, кемдер яралыларҙы ҡараны. Беҙ ирекмәндәр төркөмөн ойошторҙоҡ. Белгородта ла хәрби частәр тора, беҙ уларға тәмле төшкө аш я камыр ашы бешереп илттек, улар унда йорт риҙығын ныҡ һағына. Күпмелер ваҡыттан һуң Нефтекама ирекмәндәренән ярҙам һораным, һәм улар сентябрь аҙағында ҙур гуманитар ярҙам ебәрде. Фронтҡа нимә оҙатырға мөмкин, госпиталгә нимә кәрәк – барыһын да бүлдек, - «Татарчонок» һөйләүен дауам итә.

Гуманитар йөк килгән мәлне госпитальдә ҡыҙыҡлы осрашыу ла көтә уны. Гумконвойны оҙатыусылар араһында «Октава» үсмерҙәр клубы директоры Ольга Гайнулина була. Шәфҡәт туташтарының береһендә ул элекке тәрбиәләнеүсене таный. «Шул тиклем йылдар үткәндән һуң унда осрашҡас, күҙ йәштәрем сыҡты», - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Ольга Васильевна. «Татарчонок» әйтеүенсә, ул үҙ ғаиләһенең ярҙам рухын ул алыҫтан уҡ тоя. Туғандары уның менән ғорурлана һәм ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс бирә. Ҡыҙ уларҙы, әлбиттә, һағына, ләкин ялға йыл ярымдан һуң ғына ҡайта.

- Отпускыға ебәрәләр ине, мин үҙем ҡайтырға теләмәнем. Беҙ бит бирелә командировкада ғына. Кире шунда ебәрерләрме, ебәрмәҫтәрме белмәйем. Ә беҙ бер-беребеҙгә шул тиклем ныҡ өйрәндек, бөтә волонтёрҙар менән дуҫлаштыҡ, шуға китеүе бик йәл булды. Тик артабанғы тормошто ла уйларға кәрәк. Тәү сиратта уҡыуҙы тамамларға иҫәп. ЛОР-табиб булырға хыялланам. Ғаилә ҡорорға бик теләйем.

 

 

 

Автор:
Читайте нас