Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
25 Ноябрь 2025, 15:28

Краснокама командаһы тхэквондо буйынса Республика Чемпионатында наградалар йыйҙы

Краснокама районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең 34 тәрбиәләнеүсеһе тхэквондо буйынса XXXV Башҡортостан Республикаһы Чемпионатында һәм Беренселегендә наградалар яуланы.

Ярыштар Өфөлә Рима Баталова исемендәге спорт Әҙерлеге Үҙәгендә үтте. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренеры Антон Дәүләтгәрәев етәкселегендәге спортсылар ысын көрәш характерын һәм еңеүгә ынтылышын күрһәтеп, юғары әҙерлек һәм оҫталыҡ кимәлен күрһәтте.

Һөҙөмтәлә Краснокама районынан 34 спортсы команда сығыштары өсөн 13 кубок, 26 алтын миҙал, 15 көмөш миҙал, 21 бронза миҙал һәм дөйөм зачетта 2-се урын өсөн дөйөм команда кубогын яуланы.

1-се һәм 2-се урын алған спортсылар ЕВСК спорт разрядтары нормативтарын үтәне һәм Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составына инде. Хәҙер улар 2026 йылдың мартында Түбәнге Новгородта үтәсәк Волга буйы федераль округы ярыштарында республика намыҫын яҡлаясаҡ.

Краснокама командаһы тхэквондо буйынса Республика Чемпионатында наградалар йыйҙы
Краснокама командаһы тхэквондо буйынса Республика Чемпионатында наградалар йыйҙы
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас