Нефтекама ҡалаһының мәҙәниәт Үҙәгендә «Нәнәй» социаль-наставник проекты менән таныштырҙылар. Яңы проект бер майҙансыҡта 300-ҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе.
Сараға мөһим ҡунаҡтар, шул иҫәптән Дәүләт думаһы депутаты, Башҡортостан республикаһында татар Автономияһы рәйесе Римма Үтәшева килде.
Байрамда ҡунаҡтарҙы илһам һәм йылылыҡ бүләк иткән иҫ киткес өләсәйҙәр менән таныштырҙылар. Бында ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре үтә, ижади майҙансыҡтар, фотозоналар һәм мауыҡтырғыс күргәҙмәләр эшләне.
Нәнәйләр һәм балалар ҡатнашлығындағы сара йылы, ҡыҙыҡлы, белемле булды. Әйтергә кәрәк, ул милли проектҡа әүерелде, проектҡа башҡорт өләсәйҙәре, мари, удмурт Үҙәктәре, урыҫтар Соборы әүҙем ҡушылды.