Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
3 Декабрь 2025, 16:15

«Башҡортостандың бәләкәй һылыуҡайы-2025» - Краснокама районынан

Краснокама районының Николо-Березовка ауылынан Сабина Ғабдуллина «Башҡортостандың бәләкәй һылыуҡайы-2025» республика матурлыҡ һәм ижад конкурсында Гран-приға лайыҡ булды.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ә уға ни бары 11 йәш, Сабина матурлыҡ королеваһының тажын бер нисә тапҡыр кейеп өлгөрә. 2023 йылдың декабрендә ул шулай уҡ «Башҡортостандың бәләкәй һылыуҡайы» республика конкурсында Гран-при яуланы. 2024 йылдың июнендә «Фотомодель кидс» төбәк матурлыҡ конкурсында Гран-приға лайыҡ була.

Һәм йәнә Сабина Ғабдуллина, моғайын, һәр ҡыҙ хыялланған маҡтаулы титулға эйә булды.

Элек Сабина Николо-Березовка ауылы мәктәбендә уҡыны. Былтырҙан алып ул Нефтекама ҡалаһының Полилингваль күп профилле мәктәп-интернатының 6-сы класында уҡый.

Алтынсы синыф уҡыусыларының мауығыуҙары һәм дәрестәре бик күп яҡлы. Ул бейеү студияһында ла, модель агентлығында ла шөғөлләнә. Класта уны староста итеп һайлайҙар. Ул математика, әҙәбиәт, инглиз теле, тарих буйынса мәктәп этабында еңеүсе, биология һәм рус теле буйынса призер.

«Башҡортостандың бәләкәй һылыуҡайы-2025» - Краснокама районынан
«Башҡортостандың бәләкәй һылыуҡайы-2025» - Краснокама районынан
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас