Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
12 Декабрь 2025, 10:39

Ҡалтасы районы уҡыусыһы Башҡортостан йыйылма командаһына инде

Ишембай ҡалаһында халыҡ-ара шашка буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге үтте. Ярыштарҙа Ҡалтасы районы уҡыусыһы Егор Валтиев бик шәп сығыш яһаны һәм хәҙер Рәсәй ярыштарында республика исеменән сығыш яһаясаҡ.

Ярыштарҙа кесе йәш төркөмөндә 9 йәшкә тиклемге малайҙар һәм ҡыҙҙар (2018 йылғы һәм унан йәшерәк) һәм өлкән йәш төркөмөндә 14 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар (2013 йылғы һәм унан йәшерәк) ҡатнашты. Классик, йәшен тиҙлегендәге һәм тиҙ шашка буйынса турнирҙарҙа Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Баймаҡ ҡалалары һәм Ҡалтасы районы спортсылары ҡатнашты.

Ҡалтасы районының 2-се мәктәбе уҡыусыһы Егор Валтиев, ике дисциплинала ҡатнашып, 28 ҡатнашыусы араһында йәшенле уйында икенсе һәм тиҙ шашкала өсөнсө урынды алды.

Ҡалтасы районының мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, турнир йомғаҡтары буйынса Егор Вәлтиев Башҡортостан республикаһы йыйылма командаһына индерелде һәм федераль ярыштарҙа республикабыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ.

Мәғлүмәт сығанағы: Ҡалтасы районы мәғариф Бүлегенең социаль селтәре.

Ҡалтасы районы уҡыусыһы Башҡортостан йыйылма командаһына инде
Ҡалтасы районы уҡыусыһы Башҡортостан йыйылма командаһына инде
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас