Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
12 Декабрь 2025, 15:00

«Үткәндәрҙән яҡты эҙ ҡала»

Башҡорт халҡының милли үҙаңы, мәҙәниәте һәм традициялары бындай оло тарихҡа эйә булыуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ тере һәм динамик үҫеш юлында. Был үҫеште тәьмин итеүсе төп көстәрҙең береһе – республика буйынса эшләүсе, шулай уҡ район һәм ҡала дәрәжәһендәге башҡорт ҡоролтайҙары. Нефтекама ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайының юбилейы – ул оло ғорурлоҡ, милләтебеҙҙең ҡала сиктәрендә тормошона һәм үҫешенә индергән зур өлөшөн билдәләү, бөгөнгөһөн барлау һәм  киләсәккә йүнәлеш алыу мөмкинлеге.

«Үткәндәрҙән яҡты эҙ ҡала»
«Үткәндәрҙән яҡты эҙ ҡала»

Башҡорт халҡының милли үҙаңы, мәҙәниәте һәм традициялары бындай оло тарихҡа эйә булыуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ тере һәм динамик үҫеш юлында. Был үҫеште тәьмин итеүсе төп көстәрҙең береһе – республика буйынса эшләүсе, шулай уҡ район һәм ҡала дәрәжәһендәге башҡорт ҡоролтайҙары. Нефтекама ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайының юбилейы – ул оло ғорурлоҡ, милләтебеҙҙең ҡала сиктәрендә тормошона һәм үҫешенә индергән зур өлөшөн билдәләү, бөгөнгөһөн барлау һәм  киләсәккә йүнәлеш алыу мөмкинлеге.

              Нефткама – Башҡортостандың мөһим промышленность, мәғариф һәм мәҙәниәт үҙәге. Был ҡалала йәшәүсе башҡорттарыбыҙ – республиканың төрлө төбәктәренән килгән, үҙенең ауыл йолаһын, телен, моңон ҡала мәҙәниәте менән берлектә һаҡлап ҡалған кешеләр. Ҡала башҡорттарының Ҡоролтайы – был бөтә төркөмдәге башҡорттарыбыҙҙы бер нәмәгә – үҙ милли асылын (кодон) онотмау, үҙенсәлекле булыу,  һәм берләшеп, үҙ һорауҙарын күтәреп, мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында булдырылған төп ойошма.

         «Үткәндәрҙән яҡты эҙ ҡала» тип исемләнгән сара Башҡорт гимназияһы бинаһында үтә. Өфөнән Бөтә дөнъя башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, мәғариф бүлеге етәксеһе, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, халыҡ шағиры- Абдллина Лариса Хашим ҡыҙы, ҡала хакимиәтенән ҡала округы Советы рәйесе –Ураҙаев Рөстәм Айрат улы,  “Без башҡортлар” төнъяҡ-көнбайыш башҡорттары йәмғиәт ойошмаһы етәксеһе  Бәхтиев Радик Ралиф улы ҡатнашты. Күршеләр:  Краснокама районы ,  Яңауыл  ҡалаһы ,  Пермь крайы ҡоролтайы вәкилдәре сараға ҡунаҡ булып саҡырылды.

          Нефтекама ҡала башҡорттары Ҡоролтайы 1995 йылдан ойошторола. Башҡарма комитеттың беренсе рәйесе – Үтәкәев Азат Нәзир улы була, ул 25 йыл был вазифаға тап төшәрмәй, ҡала башҡорттары өсөн әһәмиәтле эштәр башҡара. Ул нигеҙ һалған традицияларҙы  бөгөнгө  көндә  Йәһүҙина Айгөл Салауат ҡыҙы дауам итә. Башҡарма комитетта бөгөнөгө көндә 19 ағза: улар ҡаланың билдләле белгестәре, әүҙем шәхестәре.

           Нефтекама ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайы тарафынан башҡарыла торған эш һаны исемлеге киң:

  • Милләтебеҙ телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау ( 2025й ылда үҙешмәкәр артистарҙан торған “Шәмдәл” театры асылды)
  • Йәштәрҙе милли рухта тәрбиәләү (2017 йылдан Йәштәр ҡоролтайы уңышлы эшләй)
  • Йәмәғәт-сәйәси активлыҡ  (“Ағинәйҙәр”, “Ололар ҡоро” ойошмалары)
  • Берлек һәм бәйләнеш (Ҡоролтай – ҡала башҡорттары өсөн «туған йорт» булып тора. Уның ярҙамы менән кешеләр бер-береһен таный, йәмәғәт тормошона актив ҡатнаша, ауылдаштары менән элемтә тота ала. Был психологик һыуыҡһыныу булып тора һәм милләт берлеген нығыта).

         35 йыллыҡ юбилей – Ҡоролтай тарихын күҙ уңынан үткәрергә, башҡорт йәмәғәтселегенең актив осорҙарын, үткәргән төп сараларын иҫкә төшөрөргә һәм иң мөһиме – хәҙерге заман талаптарына яраҡлашып, киләсәккә юл һалырға мөмкинлек бирә.

Йәшәһен Нефтекама ҡалаһы башҡорттары  Ҡоролтайы! Милләтебеҙҙең берлеге һәм рухи байлығы мәңгелек булһын!

«Үткәндәрҙән яҡты эҙ ҡала»
«Үткәндәрҙән яҡты эҙ ҡала»
Автор:
Читайте нас