Ҡурай
+13 °С
Облачно

Нефтекаманан татар теле уҡытыусыһының тағы бер еңеүе

Нефтекама ҡалаһының 2-се мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Шафиҡова Татарстан республикаһы мәғариф һәм фән Министрлығы грантына конкурс еңеүсеһе булды.

Нефтекаманан татар теле уҡытыусыһының тағы бер еңеүеНефтекаманан татар теле уҡытыусыһының тағы бер еңеүе
Нефтекаманан татар теле уҡытыусыһының тағы бер еңеүе

Нефтекама ҡалаһының 2-се мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Шафиҡова Татарстан республикаһы мәғариф һәм фән Министрлығы грантына конкурс еңеүсеһе булды.

Конкурс Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының иң яҡшы башланғыстарын хуплай. Йыл һайын конкурстың эксперт жюриһы рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге мәктәптәрҙә йәки өҫтәмә белем биреү учреждениеларында эшләгән иң яҡшы биш белгесте билдәләй һәм уны уҡытыу методикаһын үҫтереүгә һәм камиллаштырыуға грант бүлә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ҙур мәғрифәтселек эше ойошторорға һәм үткәрергә кәрәк булды: түңәрәктәр, онлайн-курстар, мәҙәни-мәғариф саралары йәки китап йәки методик әсбап баҫтырырға. Жюри баһаһы буйынса, Нефтекаманан татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы иң яҡшы бишәү иҫәбенә инде! Конкурс йомғаҡтары буйынса Әлиә Ринат ҡыҙы мәктәп театры өсөн татар милли кейемдәре һатып алыуға йөҙ мең һум күләмендә грант ала, Грант Татарстан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһы сиктәрендә бүленгән.

 

Нефтекаманан татар теле уҡытыусыһының тағы бер еңеүе
Нефтекаманан татар теле уҡытыусыһының тағы бер еңеүе
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас