Ҡурай
+13 °С
Дождь

«Шорыкйол» төбәк мари байрамы 2027 йылда Краснокама районында үтәсәк

Балтас районының Түбәнге Иванай ауылында «Шорыкйол» (тәржемәһе — «һарыҡ аяғы») мари байрамын билдәләнеләр. Бөгөн мари календарь - йола циклының төбәк байрамын бишенсе тапҡыр үткәрҙеләр. Сара барышында 2027 йылда эстафетаны Краснокама районы ҡабул итергә ҡарар ителде.

«Шорыкйол» төбәк мари байрамы 2027 йылда Краснокама районында үтәсәк«Шорыкйол» төбәк мари байрамы 2027 йылда Краснокама районында үтәсәк
«Шорыкйол» төбәк мари байрамы 2027 йылда Краснокама районында үтәсәк

Балтас районының Түбәнге Иванай ауылында «Шорыкйол» (тәржемәһе — «һарыҡ аяғы») мари байрамын билдәләнеләр. Бөгөн мари календарь - йола циклының төбәк байрамын бишенсе тапҡыр үткәрҙеләр. Сара барышында 2027 йылда эстафетаны Краснокама районы ҡабул итергә ҡарар ителде.

Был боронғо байрам ғаилә, хужалыҡ, киләсәктә уңыш һәм мал үрсетеү именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән йолалар комплексынан ғибәрәт.

Сара Балтас районының Түбәнге Иванай ауылы мәҙәниәт Йортонда үтте. Мари халҡы йәшәгән Башҡортостандың 12 районынан ижади коллективтар байрамда ҡатнашты. Краснокама районыннан Арлан күп функциялы ауыл мәҙәниәт йортоноң «Кудыронгыр» халыҡ фольклор коллективы сығыш яһаны.

Байрамдың мөһим ваҡиғаһы булып киләһе йылда «Шорыкйол» үткәреү урынын билдәләүсе традицион йәрәбә тора. Уның һөҙөмтәләре буйынса 2027 йылда алтынсы төбәк байрамы «Шорыкйол» Краснокама районы биләмәһендә, Арлан ауылында уҙасаҡ тип ҡарар ителде.

«Шорыкйол» төбәк мари байрамы 2027 йылда Краснокама районында үтәсәк
«Шорыкйол» төбәк мари байрамы 2027 йылда Краснокама районында үтәсәк
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас