Ғинуар айында башҡорт мәғрифәтсеһе, 19сы быуат шағиры Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тула. Беҙ әле был шәхестең әһәмиәтен аңлап ббөтөрмйбеҙ. Бик уның тураһында беломәйбеҙ дә. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт ғилеме бүлеге мөдире Миңлеғәле Нәҙерғолов Ғәли Соҡоройҙоң тормошон һәм ижадын студент сағында өйрәнә башлаған.1995 йылда ул әҙиптең һайланма әҫәрҙәренән торған «Шәм яҡтыһы» исемле китап әҙерләп донъяға сығара, ә 2025 йылда «Соҡорой Ғәли. Һайланма әҫәрҙәр» китабын әҙерләп баҫстыра. Ошонан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.
"Замандаштарыбыҙҙы башҡорт әҙәбиәтенең боронғо осорҙары менән таныштырыу һәм уларҙағы рухи-мәҙәни күренештәрҙе аңлатыу, төшөндөрөү шаҡтай ҡатмарлы һәм сетерекле мәсьәлә булып һанала.
Был, әлбиттә, заманындағы рәсми идеологияның дингә, халҡыбыҙҙың мәжүсилектән һәм ислам диненән килгән йола-ғәҙәттәренә булған мөнәсәбәте менән дә туранан-тура бәйле. Совет осоронда яҙылған ғилми хеҙмәттәрҙә XIX быуат башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкиле Ғәли Соҡоройҙоң ижади мираҫы ла замана талаптарына ярашлы ғына өйрәнелде һәм баһаланды.
Шағирҙың дини мотивтарға ҡоролған һәм дин эшмәкәрҙәренә арналған әҫәрҙәре бөтөнләй инҡар ителде һәм телгә алынманы. Асылда иһә уның шиғырҙарында һәм ҡайһы бер сәсмә әҫәрҙәрендә тормошсанлыҡҡа, донъяуилыҡҡа, мәғрифәтселеккә бәйләнешле яңы тенденциялар традицион дини әҙәбиәткә, суфыйсылыҡҡа хас элементтар менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Шул уҡ ваҡытта уның әҫәрҙәрендә милли тойғо, башҡортлоҡ рухы һиҙелерлек көслө сағылған. Әҙиптең ижады мираҫына баһа биргәндә, әлбиттә, былар барыһы ла иҫәпкә алынырға тейеш.
Өфөлә һәм Ҡазанда баҫылған китаптарҙа әйтелгәнсә, Ғәли Соҡорой (Мөхәмәтғәли Ғәбдессалих улы Кейеков) 1826 йылда Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе 10-сы башҡорт кантонының 17-се йортона (хәҙерге Башҡортостандың Тәтешле районына) ҡараған Иҫке Соҡор ауылында тыуған. Буласаҡ шағирҙың атаһы Ғәбдессалих Ғабдулла улының алты улы һәм ете ҡыҙы була. Әсәһе Гөлбәһар 1843 йылдың декабрендә вафат була. Атаһы Ғәбдессалих иһә 1849 йылда донъя ҡуя.
Ирәкте башҡорттарының шәжәрәһенән күренеүенсә, Кейековтарҙың нәҫел осо «аҫаба башҡорт Кейек ҡарт» исеменә килеп ялғана. Буласаҡ шағир тәүҙә тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡый, Бөрө, Уса, Минзәлә һәм Бәләбәй өйәҙҙәрендәге биш ҙур уҡыу йортонда белем ала. Аҙаҡ заманындағы данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый.
«Китер булдым илдән чығып уҡырға, ғилем эстәп ҡайтайым тип Чоҡорға», — тип яҙған үҙенең бер шиғырында Ғ.Соҡорой. Уның «ғилем эстәүе» 12 йыл буйына дауам итә. Ниһәйәт, 1851 йылдың яҙында 23 йәшендә уҡыуҙарын тамамлағас, ул Өфөләге Диниә назаратына барып, имам-хатиплыҡҡа указ алыу өсөн документтарын тапшыра. 1852 йылдың башында уны Диниә назаратына саҡыртып алалар һәм, бик белемле булыуын, ислам дине ҡанундарын тәрән үҙләштергәнлеген күреп, ахундлыҡ вазифаһын тәҡдим итәләр. Әммә Ғ. Соҡорой был вазифанан баш тарта, һәм уны тыуған ауылына имам-хатип итеп тәғәйенләйҙәр. Ғ. Соҡорой тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм ғүмеренең аҙағынаса шунда йәшәй.
1852 йылдың көҙөндә үк мөғәллимлек эшенә тотона һәм бар ғүмерен дини эштәргә һәм балалар уҡытыуға арнай.
Шағир Минзәлә өйәҙе Шығай ауылында (хәҙерге Татарстандың Сарман районына ҡарай) йәшәгән күренекле мулла Йәләлетдин Баһауетдин улының ҡыҙы Мәрфүғәгә өйләнә. Мәрфүғә Ғ.Соҡорой өсөн тоғро ҡатын һәм тормошонда, ижадында яҡын ярҙамсы була. Ул ире менән донъяның бөтөн ауырлыҡтарын бергә кисерә, мәҙрәсәлә балалар уҡытыу эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Ире вафат булып ҡалғас, аҡса табып, уның шиғри китаптарын яңынан нәшер иттереү һәм халыҡҡа таратыу эштәрен ойоштора.
Ғ.Соҡорой үҙенең тормош иптәше Мәрфүғә абыстай менән өс ҡыҙ һәм биш ул тәрбиәләп үҫтерә. Улдарының өсәүһе — Ғатаулла, Ғиниәтулла hәм Ғарифулла атаһы юлынан китә һәм заманының уҡымышлы кешеләре булып таныла. Әйтергә кәрәк, кинйә улы Ғарифулла Кейеков (1861-1918) Башҡортостандағы мәғрифәтселек хәрәкәтендә актив ҡатнаша, бик күп шиғри әҫәрҙәр ижад итә, 1900 һәм 1903 йылдарҙа ике поэтик йыйынтыҡ сығара, «Шура» журналы биттәрендә актуаль мәсьәләләр буйынса мәҡәләләр менән сығыш яһай, башҡорт халҡының күп быуатлыҡ үткәненә арнап, «Тәуарихи башҡордиан вә әнсәби ирәктәүиән» тигән тарихи-этнографик хеҙмәт яза. Уның яҙма мираҫы – халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеүселәр өсөн бик әһәмиәтле сығанаҡ.
Әҙәби ижад менән Ғ. Соҡорой 17 йәшенән үк шөғөлләнә башлай. Танып мәҙрәсәһендә укытҡан хәлфәһенә арнап яҙған мәҙхиәһе һәм һөйөклө әсәһенең вафаты уңайынан яҙылған мәрҫиәһе уның тәүге ижад емештәре булып торалар. Ҡайһы бер китаптары, шул иҫәптән «Заммы нәзир» һәм «Тәрхиби, рамаҙан!» исемлеләре, бер нисә тапҡыр нәшер ителә. Шулай ҙа әҫәрҙәренең байтаҡ өлөшө ҡулъяҙма хәлендә ҡала.
Бөгөнгө заман күҙлегенән ҡарағанда, Ғ. Соҡоройҙоң ижади мираҫы бик ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы. Уның әҫәрҙәрендә дини мотивтар ҙур урын алып тора. Ғөмүмән, суфыйсылыҡ – уның ижадына иң хас сифаттарҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта күпселек әҫәрҙәрендә донъяуи күренештәр, тормошсан хәл-ваҡиғалар күп сағылыш тапҡан.
Шуны ла әйтергә кәрәк, совет йылдарында Ғ. Соҡорой ижадындағы суфыйсылыҡҡа һәм дингә бәйләнешле күренештәр тик кире яҡтан һәм тәнҡитләп баһаланды. Бөгөн беҙ, әлбиттә, бындай бер яҡлы атеистик ҡараштарҙан арынып, ошондай әҫәрҙәрҙе дөйөм гуманистик принциптар нигеҙендә баһаларға тейешбеҙ. Сөнки был китапта, заманында яҙылғанса, һис ниндәй «реакцион» уй-фекер юҡ, унда мосолман кешеһенең изге ураҙа айы яҡынлашыу уңайынан әйтелгән шатлыҡлы хис-тойғолары, киләсәккә төбәлгән яҡшы теләк-ниәтттәре генә сағылыш тапҡан.
Ғ. Соҡоройҙоң яҙма мираҫында урта быуаттар көнсығыш шиғриәтендә киң таралған барлыҡ жанрҙарҙы ла осратырға мөмкин: дастан, ҡасида, ҡитға, мәҫнәүи мөрәббә һәм башҡалар. Шағирҙың байтаҡ ҡына әҫәре функциональ характерҙағы мәҙхиә һәм мәрҫиә жанрҙарында ижад ителгән.
Ғәли Соҡорой үҙ ғүмерендә дүрт тапҡыр хаж сәфәре ҡылған. Ижадының күп өлөшөн ул үткәндәрҙе, тарихты өйрәнеүгә бағышлаған. Ул үҙенең туған Ирәкте башҡорттарының шәжәрәһен бер нисә вариантта яҙып ҡалдырған. Телдән-телгә тапшырыла килгән төрлө легенда һәм риүәйәттәр нигеҙендә Ғ.Соҡорой боронғо замандарҙа ата-олатайҙарының Тубыл һәм Иртыш буйҙарында донъя көтөүе, аҙаҡ Миәс йылғаһы буйына күсенеүе һәм иң ахырҙа мал көтөү, иген игеү өсөн уңайлы ерҙәр эҙләп, хәҙерге Башҡортостандың төньяҡ, Пермь өлкәһенең көнъяҡ һәм Татарстандың көнсығыш тарафтарына килеп төпләнеүе тураһында бәйән итә. Хикәйәләү барышында ара-тирә яҙма сығанаҡтарға ла мөрәжәғәт итә, уларҙан өҙөктәр килтерә.
Артабанғы юлдарҙа ирәктеләрҙең урындағы күҙәй, йәлдәк, гәрәй, оран, ҡайпан, ғәйнә башҡорттары менән аралашып, туғанлашып йәшәүҙәре тасуир ителә. Халыҡтың төп шөғөлө ер эшкәртеү, малсылыҡ һәм һунарсылыҡ булғанлығы, ырыуҙаштарының уҡ атыуға мәргәнлеге хаҡында хикәйәләнә. Автор Ҡазан ханлығы һәм Рус дәүләте менән мөнәсәбәттәргә лә киң туҡтала. Иван Грозный ғәскәренең Ҡазанды яулап алыуына күп йылдар элек үк рус халҡы менән алыш-биреш итеп йәшәүҙәре, аҙаҡ Рус дәүләтенә ҡушылғас, батшалыҡҡа бик күп яһаҡ түләп тороуҙары, ул яһаҡтарҙың йылдан-йыл арттырыла барыуы арҡаһында халыҡтың бик күп михнәттәр сигеүе тураһында әсенеп, ҡайғырып бәйән итә.
Беҙҙең көндәргә Ғ. Соҡоройҙоң йәнә бер төр ҡулъяҙмалары — әҙәби әҫәрҙәре кеүек үк нәфис һәм тәрән хисле тел менән яҙылған 15 хаты килеп еткән. Ҡазан, Петербург, Харьков ҡалаларына (Харьковта уның улы Ғарифулла хәрби хеҙмәттә була) адресланған был мәктүбтәр әҙиптең көндәлек тормошо, хаж сәфәре, дуҫ-иштәре һәм ижади бәйләнештәре тураһында бай мәғлүмәт һаҡлай.
Үҙ заманындағы мәғрифәтселәрҙән F.Соҡорой күренекле татар әҙибе Ҡәйүм Насыри (1825-1902) менән тығыҙ ижади бәйләнештә йәшәгән. Ҡазанға барған саҡтарында мотлаҡ уның менән күрешер, йәнле әңгәмәләр ҡорор булған. Ҡ.Насыри уның ижадын даими күҙәтеп барған, осрашҡандарында аҡыллы кәңәштәр ҙә биргеләгән. Төрки белгәндең күрке бар, тип ул башҡорт шағирына әҫәрҙәрендә ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре менән артыҡ мауыҡмаҫҡа, халыҡтың йәнле һөйләү телендә яҙырға кәңәш иткән.
Ысынлап та әҙиптең күпселек шиғырҙары ғәрәп, фарсы һәм иҫке төрки һүҙҙәре менән ныҡ сыбарланып, ябай халыҡ тиҙ генә аңламаҫлыҡ ярайһы уҡ ауыр телдә яҙылған. Әлбиттә, сәсмә әҫәрҙәрендә, тарихи яҙмаларында һәм хаттарында ул замандаштары өсөн ят һәм аңлайышһыҙ булған һүҙҙәрҙе һирәк ҡуллана, халыҡсан телмәр менән эш итә.
Шуны ла әйтергә кәрәк, уның байтаҡ шиғыры урта быуат көнсығыш әҙәбиәтендә популяр булған акростих алымы менән, тәүшихләп яҙылған. Бындай шиғырҙарҙың һәр юл башындағы хәрефтәрен теҙеп уҡыһаң, йә авторҙың исем-шәрифе, йә әҫәрҙең атамаһы, йә иһә әҫәр кемгә бағышланған булһа – шул кешенең исеме килеп сыға.
Нисек кенә булмаһын, Ғәли Соҡорой башҡорт әҙәбиәте тарихында ҡабатланмаҫ тәрән эҙ ҡалдырған. Уның ғәйәт бай, күп яҡлы һәм ҡатмарлы ижады милли һүҙ сәнғәтебеҙ үҫешендә оло бер этап, яңы баҫҡыс булып тора.
1995 йылда ошо юлдарҙың авторы әҙиптең һайланма әҫәрҙәренән торған «Шәм яҡтыһы» исемле китап әҙерләп донъяға сығарғайны. Совет осоро һәм унан һуңғы дәүерҙәге берҙән-бер баҫма булған был йыйынтыҡта шағирҙың шиғри һәм сәсмә әҫәрҙәренең, юлъяҙмаһының, тарихи яҙмаларының һәм хаттарының тексы, төп нөсхәләрҙең лексикаһын һәм стилен һаҡлаған хәлдә, хәҙерге башҡорт әҙәби теленә ауҙарылып бирелгән ине.
Киң масса уҡыусы иғтибарына тәҡдим ителеп, 2025 йылды сығарылган «Соҡорой Ғәли. Һайланма әҫәрҙәр» китабында иһә әҙип әҫәрҙәренең ғәрәп яҙмаһындағы текстары хәҙерге башҡорт алфавитына транслитерация юлы менән ауҙарылды, йәғни һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр һис кенә лә үҙгәртелмәйенсә, хәҙерге ҡулланылыштағы хәрефтәр менән генә бирелде. Был йыйынтыҡҡа шағирҙың ижады тулыраҡ, киңерәк итеп индерелде, донъяуи әҫәрҙәренән тыш, ҡайһы бер дини йөкмәткеле шиғырҙарына ла урын бирелде".
Фотола Ғали Соҡорой