Ғали Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған байрам саралары Өфөлә, Башҡорт дәүләт филармонияһында, дауам итте. Унда Тәтәшле районыннан ҙур делегация ҡатнашты.
«Башҡорт мәғарифының интеллектуаль һәм рухи мираҫы» темаһына «түңәрәк өҫтәл» булды. Унда Ғәли Соҡорой мираҫын тикшереүҙең яңы перспективалары тураһында филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технология университетының ғалиме Искәндәр Сәйетбатталов сығыш яһаны. Ул, Соҡорой ижады – ҡатмарлы философик концепцияларҙың дөрөҫ һәм эстетик әҙәби текста сағылыш табыуына сағыу миҫал, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Тарих фәндәре кандидаты, журналист, продюсер, телепроекттар авторы һәм алып барыусыһы Салауат Хәмиҙуллин «Тарихи сығанаҡ булараҡ Ғәли Соҡоройҙоң әҫәрҙәре» темаһына сығыш яһаны. Филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең ҡулъяҙмалар фондын һаҡлаусы Рәшит Аҡкөбәков башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң ҡулъяҙмалар фондында һаҡланған китаптары хаҡында һөйләне.
Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре Әхәт Сәлихов «Тәтешле районының ҡулъяҙма һәм фольклор сығанаҡтары» тигән доклад менән сығыш яһаны.
Филология фәндәре докторы, профессор, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләлә Хөсәйенова төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының диалектын өйрәнеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты, Тәтешле, Асҡын райондарындағы экспедициялар материалдары менән таныштырҙы.
Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов Ғәли Соҡоройҙоң тыуған ерендә уның исемен мәңгеләштереү буйынса башҡарылған эштәр хаҡында һөйләне.
Филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт ғилеме бүлеге мөдире Миңлеғәле Нәҙерғолов Ғәли Соҡоройҙоң тормошон һәм ижадын студент сағында өйрәнә башлаған.
Сарала ҡатнашыусылар филармонияның фойеһында Ғ.Соҡоройҙоң тыуған ауылы Иҫке Соҡорҙағы музейы экспонаттарынан ойошторолған күргәҙмә менән танышты.
Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға арнап, «Быуаттар тарихына уйылған Ғәли Соҡорой...» тигән әҙәби-музыкаль кисә уҙҙы. Тантаналы сара, шиғриәт, сәнғәт һәм тарих һөйөүселәрҙе йыйып, республиканың мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиғаға әйләнде.
Сараны рәсми асыу тантанаһы Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсылар ансамбле башҡарыуында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы гимнына әүерелгән «Урал» көйөнән башланды.
Әҙәби кисә барышында Фәнүр Шәйхисламов ярты быуаттан ашыу тормошо һәм фәнни эшмәкәрлеге Кейековтар ижадын өйрәнеүгә арналған Нәҙерғоловҡа Ғәли Соҡорой – миҙалын тапшырҙы. Был мөһим юбилей сараһын ойоштороуға һәм үткәреүгә күп көс һалғандарҙың барыһы ла рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.