Ҡурай
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
21 Ғинуар , 13:46

Краснокамалар - бөтә Рәсәй кимәлендә иң яҡшылар иҫәбендә

Краснокама районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Солтан Мәзитов Һәм Кириан Ғәббәсов еңел атлетика буйынса бөтә Рәсәй ярыштарында СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Татьяна Зеленцова призына лайыҡлы сығыш яһанылар.

Ижевск ҡалаһында үткән турнирҙа илдең төрлө төбәктәренән 1200-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре

Солтан Мәзитов икебәйгелә (60 м + 200 м) 2-се урынды, шулай уҡ 200 м һәм 60 м дистанцияларында көмөш, Кириан Ғәббәсов күпбәйгелә (300 м + 600 м) 3-сө урынды һәм 600 м дистанцияла бронза миҙал яулай.

Был һөҙөмтәләр спортсыларға август айында Новороссийскиҙа үтәсәк Зеленцованың йәйге призының финал старттарына путевка яуларға мөмкинлек бирә.

Бындай уңыштарға балаларҙы мәктәптең тренер-уҡытыусыһы Һәм команданың остазы Владимир Спиридонов килтерә.

Краснокамалар - бөтә Рәсәй кимәлендә иң яҡшылар иҫәбендә
Краснокамалар - бөтә Рәсәй кимәлендә иң яҡшылар иҫәбендә
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас