Был яҡты донъяға килгәндә Аллаһ Тәғәлә һәр кешегә билдәле бер бурыс, миссия йөкмәтә тиҙәр. Зилә Рамазан ҡыҙы ла ул тыуған халҡына, милләтенәтеленә хеҙмәт итеү бурысын ҡуйғандыр.Ошо изге миссияны тормошҡа ашырыу ниәтенәндер инде, яҙмыш уны, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған йәш ҡыҙҙы, баш ҡаланың «Актерҙар йортонда» эштә ҡалыуына ҡарамаҫтан, тормошҡа сығыу сәбәпле, Нефтекама ҡалаһына юлландыра. Өфө тиклем ҙур, төплө ҡаланан һуң, әле саҡ үҫешә генә башлаған, бәләкәй, йәш Нефтекамаға күсеп килеү һәм унда күнегеп китеү, әлбиттә, еңелдәрҙән булмай уға.
- Таныш-белештәр, туғандар ҙа, башҡортса аралашҡан кешеләр ҙә юҡ! Ҡатмарлы 90-сы йылдар, илдә сәйәсәттең үҙгәрә барыуы, республикабыҙ тормошонда эҙһеҙ үтмәне. Милли мәсьәләләр ҡәтғи торҙо. Тап ошо үҙгәртеп ҡороуҙар заманында ниндәйҙер рухи көс өҫтәлде. Халҡыма хәүеф янағандай тойолдо, баҫалҡы ғына хеҙмәт иткән милләттәштәремде рәнйеткән осраҡтар өсөн йөрәгем әрнене! - тип иҫкә ала «Ватандаш» журналына биргән интервьюһының береһендә Зилә Рамазан ҡыҙы.
Башҡорт милли үҙәген ойоштороу.
Нәҡ ошо тойғолар уны 1987 йылда Нефтекамала башҡорт милли үҙәге төҙөргә этәрә лә инде. Татарстан менән сиктәш үҙенсәлекле ҡала өсөн был көтөлмәгән ваҡиға була. Эште башлап китеү ай-һай еңелдәрҙән бирелмәй. Үҙе әйтмешләй, «Утты-һыуҙы кисергә, күпме ҡаршылыҡтар аша һынмай, һығылмай, йығылмай алға атларға тура килә». Ләкин, алдына маҡсаттар ҡуя һәм уларҙы тормошҡа ашыра белгән тырыш, илһөйәр, ныҡлы рухлы ҡатын бар кәртәләрҙе еңә барыуға өлгәшә һәм башҡорт милли үҙәгенең эшмәкәрлеген киң йәйелдереп ебәрә.
Ҡалала милләттәштәренең уҙаңын үҫтереү, башҡорт теле, мәҙәниәте, әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында Өфөнән күренекле ғалим, профессор, яҙыусы, шағир, сәнғәт маһирҙары, тел белгестәре саҡырыла. Башҡорт милли үҙәгенең һигеҙ йыл эшләү дәүерендә тиҫтәләгән саралар-осрашыу, концерт, «түңәрәк өҫтәл», конкурс, бәйге, фестиваль, йола байрамдары уҙғарыла. Һәм был үҙәк башлыса 1995 йылда ойошторолған бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы нигеҙе булып тора.
Беренсе съезд
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының беренсе съезына ла делегаттар булып башҡорт милли үҙәгенең әүҙем ағзалары һайлана. Әлбиттә, был исемлектә Зилә Рамазан ҡыҙы ла була.
Шуны ла билдәләп китергә кәрәк, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының беренсе съезына делегаттар һайлау кампанияһы, Өфө ҡарары буйынса, Нефтекама ҡалаһынан башланырға тейеш була. Ул саҡта, әлеге кеүек, сәйәси саралар мәҙәни саралар менән «үрелеп» бармай ине. Зилә Рамазан ҡыҙы тәҡдиме буйынса, ҡалала делегаттар кампанияһы ҙур сәйәси һәм мәҙәни сараға әүерелә. Рәсми бүлектән һуң, сарала ҡатнашыусыларҙы «Аҡ тирмә» янында театрлаштырылған тамаша, шулай уҡ милли күргәҙмә, уйын, йыр-бейеүҙәр көтә. Шулай итеп, съездға делегаттар һайлау – матур милли байрамға әүерелә һәм республиканың башҡа төбәктәре өсөн өлгө булып тора.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙары милләтһөйәр Зилә Рамазан ҡыҙына яңы ҡанаттар ҡуя. Ул ең һыҙғанып, ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу эшенә тотона. Уға ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары вазифаһы ла йөкмәтелә.
Радио
Ҡарарҙың береһе нигеҙендә Нефтекамала Башҡортостан телерадиокомпанияһының ҡалала филиалы асылыу бурысы тора. Был маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа Зилә Азнабаеваның да өлөшө бик ҙур була. Уның тырышлығы менән ҡала радиостудияһында башҡортса тапшырыуҙар алып барыла башлай. Үҙенә диктор ҙа, хәбәрсе лә булырға тура килә уға.
Шулай уҡ, урындағы телевидениеның да башҡорт телендәге тапшырыуҙарҙы уның иңендә була. Бында ла уға диктор һәм хәбәрсе вазифаларын башҡарырға тура килә. Тәжрибәле журналисты шулай уҡ тәүҙә «Россия» радиоһына, һуңынан, «Юлдаш» каналы асылғас, «ГТРК Башҡортостан»дың үҙ хәбәрсеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Үҙенең ижади журналистика эшмәкәрлегендә Зилә Рамазан ҡыҙы ҡала, төбәктәге милләттәштеребеҙ тормошон яҡтырта бара. Был йүнәлештәге хеҙмәтендә Зилә Азнабаева 32 йыл дауамында уңышлы эшләй һәм ҡалабыҙ уңыштарын республика кимәлендә күрһәтергә ҙур булышлыҡ итә.
Филармония
1998 йылда ҡалала Нефтекама дәүләт филармонияһы асылыуы һәм уға Зилә Азнабаеваны режиссер итеп эшкә саҡырылыуы халҡыбыҙҙың тынғыһыҙ телһөйәр ҡыҙына яңы ижади офоҡтар аса. Ҡуйған программаларында ул, башлыса, халҡыбыҙҙың алтын-мәрйендәй бай ижадына, тарихына, һәр яҡлап үҫешкән бөгөнгөһөнә, уның бөйөк шәхестәре ижадына, яҙмышына мөрәжәғәт итә, уларға мәдхиә йырлай, исемдәрен мәңгеләштереүгә ҙур булышлыҡ итә.
Зилә Рамазан ҡыҙының һәр әҙерләгән сараһы үҙенең башҡорт рухлы, һулышлы булыуы менән айырылып тора. Халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, онотола барған милли байрамдарын тергеҙеү, уларға «ғүмер өҫтәү», киләһе быуынға еткереү маҡсатында, шулай уҡ ҡалала бихисап саралар ойошторола.

Шуныһын да билдәләп китергә кәрәк, ул тиҫтәләгән конкурстарҙы ойоштороуҙан – әйтәйек «Башҡорт милли кейемдәре» (һәр йыл бер предметҡа: бер йыл - башлыҡтар, икенсе йыл – камзулдар, күлдәктәр, шулай, тулыһында комплект кейемдәре бәйгеләре), «Ҡорамалар байрамы», «Ҡурайға мәдхиә», үҙешмәкәр шағирҙарҙың данлыҡлы батырҙарыбыҙға арналған шиғыр бәйгеләре, «Кама бөркөттәре» конкурсы һәм башҡа тиҫтәләгән башҡа темаларға арналған саралар авторы һәм ҡуйыусы-режиссеры ла ул.
Телдәр тураһында закон
1999 йылда Республикала «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында»ғы закон ҡабул ителеүе әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Зилә Рамазан ҡыҙы иңенә яңы хәстәрҙәр өҫтәй. Милләте, теле өсөн янып йөрөгән ҡатын, ең һыҙғанып ҡалала, төбәктә ошо законды тормошҡа ашырыу эшенә тотона.
Ҡала предприятиелары, ойошма, учреждение һәм башҡа объекттарҙағы алтаҡталар, кабинеттар, цехтарҙағы вывескаларҙы башҡорт теленә тәржемә итеү, башлыса, уның өлөшөнә төшә. Нефтекамала терминология комиссияһы барлыҡҡа килеү менән Зилә Рамазан ҡыҙы комиссия төркөмөнә һайлана, һәм бына бөгөнгө көнгә тиклем ул был комиссияның төп белгестәренең береһе булып ҡала.

Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһындағы законды тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡала ҡоролтайының әүҙем ағзалары менән берлектә, ҡала мағариф бүлеге ҡарамағындағы барлыҡ белем усаҡтары, шул иҫәптән, балалар баҡсаларында башҡорт теле кабинеттары, мөйөштәре, мөйөшсөктәр торошо даими рәүештә тикшереү йолаға әүерелә, етешмәгән күрһәтмә материалдар, китап һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ҡайтырыла бара.
Әлбиттә, ҡала күләмендәге биҙәлештәр, алтаҡталар, стелалар һәм башҡа объекттарҙағы башҡортса дөрөҫ яҙылыштары барыһы ла иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмай, һәр саҡ рейдтар яһалып тора.
Телдәр тураһындағы законды тормошҡа ашырға барыу сиктәрендә, ҡала, республика матбуғаттарына, баҫмаларына яҙылыу буйынса Зилә Рамазан ҡыҙының әүҙем эшмәкәрлек йәйелдереп ебәреүе Нефтекама мәҙәни тормошонда матур йолаға әүерелгән.
«Сәйлән»
Һәр йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан махсус темаға, йәки ваҡиғаға арналған иғлан ителеп килә. Ошондай йылдарға арнап, урындағы ҡоролтай тарафынан төрлө-төрлө саралар үткәрелеп килә һәм, әлбиттә, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа Зилә Азнабаеваның роле әйтеп бөткөһөҙ ҙур булды.

Бөгөнгө көндә лә тынғыһыҙ милләттәшебеҙ, инде хаҡлы ял йәшендә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем эшмәкәрлек алып бара - ҡала мәҙәниәт үҙәгендә «Сәйлән» башҡорт фольклор студияһын етәкләй. Ул әҙерләгән программалар башҡорт рухлы, халыҡсан булыуы, алтын-көмөштәй бай рухи хазиналарыбыҙға, инде онотола барған ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, йолаларыбыҙға мөрәжәғәт ителеүе, йәш быуында ошо ҡиммәттәребеҙгә ихтирам тәрбиәләүе менән айырылап тора.
Өлгө
Шуныһын да билдәләп китергә кәрәк, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары вазифаһын Зилә Рамазан ҡыҙы 2023 йылға тиклем лайыҡлы башҡарып килде. Һуңғы йылдарҙа рәйестәрзең йыш алышыуына ҡарамаҫтан, был миссияны ла уңышлы атҡара барып, 2024 йылда яңы етәкселеккә эште тапшырҙы.

Ҡалала үҙ ваҡытында «Башҡорт милли үҙәге» барлыҡҡа килеүе – Нефтекамала йәшәүсе башҡа милләт халыҡтары өсөн дә яҡшы өлгө була. Башҡорттарҙан һуң – урыҫ, татар, мари, удмурт милли үҙәктәре ойошторола. Шулай уҡ Зилә Азнабаева тәҡдиме менән Нефтекамала «Башҡорт мәҙәниәте һәм яҙмаһы көндәре»н уҙғарыу йолаһы тыуа, артабан, башҡа милли үҙәктәр ҙә был башланғысты дәррәү күтәреп ала.
Һис шикһеҙ, Зилә Аҙнабаева Нефтекама ҡалаһы яҙмышына оло йоғонто яһаусы, уны байытыусы, тулыландырыусы арҙаҡлы шәхеҫ.