Ғинуарҙың һуңғы йомаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Краснокамалар бюыл ваөиғаға үҙ мөнәсәбәтен белдерә.
Алексей Горбачёв, Краснокама районы башлығы:
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Мөрәжәғәтнамә менән төбәк башлығы 2026 йылда хәл итергә кәрәк буласаҡ бурыстарҙы аныҡ билдәләне. Радий Фәрит улының сығышы тәү сиратта үҙенең ихласлығы һәм асыҡлығы менән хәтерҙә ҡалды. Беҙ, краснокама халҡы, Мөрәжәғәтнамәлә яңғыраған тезистарҙы тулыһынса хуплайбыҙ. Республика башлығы Радий Хәбиров ике төп маҡсатты билдәләне: СВОға һәр яҡлап булышлыҡ итеү һәм республиканың эҙмә-эҙлекле үҫеше. Берҙәмлегебеҙ беҙгә шундай йылдарҙағы һынауҙарҙы кисереп сығырға ярҙам итте. Еңеүгә өлгәшеү өсөн берҙәмлегебеҙҙе нығытыу мөһим.
Алһыу Хәлилова, район Советы депутаты:
- Тәрән рухи мәғәнәгә эйә булған был көн күп милләтле төбәгебеҙҙә йәшәүсе һәр кеше өсөн үҫеш векторын ҡуйҙы. Берҙәмлекте һаҡлау беҙҙең өсөн мөһим нигеҙ булып ҡала. Маҡсатыбыҙ бәләкәйҙән башлана: бер-беребеҙгә изгелек күрһәтеү һәм һәр ваҡыт яныбыҙҙағыларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыу. Республика Башлығы «Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» лозунгын 2026 йылға төп бурыс тип иғлан итте. Яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам итеү төбәктең көн тәртибендә беренсе урында килә. Һәр кемдең индергән өлөшө төрлө - ләкин тап беҙҙең берҙәмлек алға табан ҙур аҙым булып тора! Барыбыҙға ла үҙ эшебеҙгә иғтибар итергә кәрәк: һәр кем үҙ урынында булырға тейеш нәмәне эшләргә, дөйөм еңеүҙе эҙемтәле хеҙмәт һәм бурысҡа тоғролоҡ менән яҡынайтырға, тип иҫәпләйем.
Эльвира Ғиләжетдинова, Шушнур ауыл биләмәһе башлығы:
- Ауыл биләмәһе башлығы булараҡ, республика Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе социаль ярҙамдан алып юғары технологиялы тармаҡтарҙы үҫтереүгә тиклем бик күп көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылыуын билдәләп үтәм. СВОдан ҡайтҡан егеттәрҙе эшкә урынлаштырыу һәм реабилитациялау буйынса саралар, шулай уҡ яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә иғтибар айырыуса мөһим. Республиканың үҙенең етештереү компетенцияларын үҫтереүе мөһим. Киләсәк быуындар алдында эске берҙәмлекте һәм яуаплылыҡты нығытыу зарур тип иҫәпләйем.
Комил Сиразетдинов, эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре:
- Әлбиттә, ғәҙәттәгесә, бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен тыңланыҡ - республика һәм унда йәшәүселәр өсөн ошондай мөһим ваҡиғаны ҡалдыра алманыҡ. Был юлы ла Радий Фәрит улы төбәктә үҫештең төп өҫтөнлөктәрен билдәләне, СВОда ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү кәрәклеген әйтте. Был, ысынлап та, заманыбыҙҙың төп бурысы һәм уларҙы тормошҡа ашырғанда халҡыбыҙҙың берҙәмлеге сағыласаҡ, тип иҫәпләйем.
Гөлнара Ғүмәрова, Новокабан ауылы китапханасыһы:
- 2026 йылғы Мөрәжәғәтнамә - Башҡортостанда төрлө милләт кешеләренә мөһим мөрәжәғәт ул. Уның төп идеяһы - уңышҡа өлгәшеү өсөн тырышлығыбыҙҙы берләштереү. Радий Фәрит улы һәр мәсьәлә буйынса өҫтөнлөктәрҙе билдәләне. СВО ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә айырыуса иғтибар бүлде. Ул Башҡортостандың күп милләтле халҡының берҙәмлек күрһәтеүенә миҫалдар килтерҙе. Ярҙам итергә теләгән кешеләр тураһындағы тарихтар күңел түренә үтеп инә. Беҙҙең ауылда ла СВОла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Урындағы халыҡ күмәкләп окоп шәмдәре ҡойған һәм маскировка селтәрҙәре үргән мәҙәниәт учреждениеларына йыйыла.