Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабының тәүге йомғаҡтары билдәле булды. Нефтекама ҡалаһы уҡыусылары иҡтисад буйынса тәрән белем һәм яҡшы әҙерлек күрһәтеп, бик шәп сығыш яһаны.
Мәҫәлән, иҡтисад буйынса төбәк олимпиадаһы йомғаҡтары буйынса нефтекама командаһы иҫәбендә өс еңеү һәм ун бер призлы урын! Олимпиада еңеүселәре иҫәбендә-17-се мәктәптән унынсы класс уҡыусыһы Алина Фәйзуллина (уҡытыусыһы Л.Рәхимова) һәм 1-се лицейҙан ике ун беренсе класс уҡыусыһы Әмир Йәнгиров Һәм Эмиль Әйүпов (уҡытыусыһы Л.Созыкина).
Призлы урындарға 1-се гимназия, 12-се, 17-се һәм 10-сы мәктәптәр һәм 1-се лицей уҡыусылары лайыҡ булды. Әлбиттә, был балаларҙың һәм уларҙың остаз-уҡытыусыларының ҙур берлектәге хеҙмәте һөҙөмтәһе.