Ҡурай
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
3 Февраль , 11:22

Краснокама районында саңғы ярыштары буйынса зона ярыштары үтте

Стартҡа Краснокама, Илеш, Баҡалы һәм Саҡмағош райондарынан командалар сыҡты. Йәш спортсылар ысын спорт характерын, ныҡышмалылығын һәм еңеүгә ынтылышын күрһәтте.

2014-2015 йылғы ҡыҙҙар араһындағы ярыштар һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Краснокама районы спортсылары, икенсе урынды Илеш районы ҡыҙҙары, өсөнсө урынды Саҡмағош районы саңғысылары яуланы. 2012-2013 йылдарҙа тыуған Краснокама районы ҡыҙҙары ла еңеүсе була. Икенсе урында – Баҡалы районы ҡыҙҙары, өсөнсөлә - Илеш районы спортсылары.

2014-2015 йылғы Краснокама районы егеттәре Лә ярышташтарына еңелмәне. Икенсе урында – Баҡалы районы спортсылары, өсөнсө урынды Саҡмағош районы егеттәре яуланы. 2012-2013 йылдарҙа тыуған егеттәр араһында краснокама командаһы Баҡалы һәм Илеш райондарынан ҡалышып, бронза яуланы.

Еңеүселәр һәм призерҙар почет грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнде, ә иң көслө спортсылар республика Уҡыусылар Спартакиадаһы финалына юлланасаҡ.

Фото: Краснокама районының ДЮСШ

Краснокама районында саңғы ярыштары буйынса зона ярыштары үтте
Краснокама районында саңғы ярыштары буйынса зона ярыштары үтте
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас