Краснокама районы Арлан ауылының күп функциялы мәҙәниәт йортонда «Тыуған яғыбыҙ Краснокама» китабының исем туйы уҙҙы. Китап райондың 95 йыллығына арналған.
Краснокама районының юбилейына «Тыуған яғыбыҙ Краснокама» китабы ҙур бүләк булды. Китапты әҙерләү һәм баҫтырыу буйынса ҙур тырыш хеҙмәт тамамланған. Һәм бына беҙҙең ҡулда сағыу төҫлө фотолар, район ҡаҙаныштары, район халҡы һәм тыуған ер тураһында хикәйәләр менән китап.
Китаптың авторҙары - район гәзите хәбәрселәре, район хакимиәте, район халҡы, китапханасылар һәм уҡытыусылар , депутаттар, урындағы үҙидара вәкилдәре, ябай ижади кешеләр.
Сарала ҡатнашыусылар китапханасыны ҡыҙыҡһынып тыңланы, ул Краснокама районының барлыҡҡа килеү тарихы, мәҙәниәт объекттары, район учреждениелары һәм предприятиелары, беҙҙең районда тыуып үҫкән атҡаҙанған кешеләр хаҡында һөйләне.
Людмила Сайпушева үҙенең хеҙмәте, таланты, төрлө өлкәләрҙәге ҡаҙаныштары менән ауылдарын данлаған Арлан ауыл биләмәһе халҡы тураһында һөйләне.
Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ Краснокама районы тураһында элекке баҫмалар менән танышты, китапхана фондында булған тыуған яҡты өйрәнеү баҫмалары биттәрен ҡараны.
Сығанағы Һәм фотоһы: Людмила Сайпушева