Николо-Берёзовка ауылында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Быйыл байрам датаһы Рәсәйҙә Берҙәмлек йылы һәм Башҡортостанда ҙур татыу ғаилә йылы өсөн башланғыс нөктәгә әйләнде.
Тәбрикләү телмәре менән йыйылғандарға район хакимиәте башлығы Алексей Горбачёв мөрәжәғәт итте. Ул районда бөтә быуын Ватанды һаҡлаусыларҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса башҡарылған эш күләмен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Алексей Александрович әүҙем ауыл биләмәләре халҡына һәм депутаттарына Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында - Хаял Мамедов, Андрей Бикмурзин, Данил Нәбиев, Илдар Ибраһимов, Илфак Әхмәров һәм башҡалар.
Байрам барышында илдең именлеген тәьмин итеүҙә тыл роленә айырыуса иғтибар бүленде. Һуғыш ҡырында ҙур хәрби тәжрибә туплаған Краснокама районы буйынса СВО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Дмитрий Полубояринов был байрамдың ҡорал тотоп һуғышыусылар өсөн дә, тылда намыҫлы хеҙмәт итеүселәр өсөн дә берҙәм булыуын иҫкә төшөрҙө.
Хәрби комиссар Дали Ғабдрахимовтың сығышы бик тулҡынландырғыс булды, ул көтмәгәндә айырым рәхмәт һүҙҙәрен хәрби бурыстарҙы ирҙәр менән бер рәттән, хатта ҡайбер осраҡта яҡшырак итеп тә башҡарыусы ҡатын-ҡыҙҙарға бағышланы. «Гомумәнр ауыр минуттарҙа беҙгә лә, илебеҙгә лә ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт», - тине ул сәхнәнән. Шулай уҡ СВОла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү һәм гуманитар ярҙам йыйыу менән шөғөлләнгән ауыл биләмәләре башлыҡтарына рәхмәт хаттары тапшырҙы. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре хәрби подразделениелар командованиеһынан рәхмәт хаттары алды.
Байрамда БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнара Ғәлимова ҡатнашты. Ул район башлығы Алексей Горбачёвтың республика Хөкүмәтендә тәҡдим иткән «Ватан намыҫы өсөн» үҙенсәлекле проектын юғары баһаланы. Депутат фекеренсә, был тәжрибәне бөтә төбәккә таратырға кәрәк. Гөлнара Илдус ҡыҙы район мәҙәниәт йорто директоры Юлиә Калугинаға, "Башнефть-Добыча" йәмғиәте менеджеры Инзил Закирйәновҡа һәм СВО ветерандары ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары Сергей Денисовҡа Дәүләт Йыйылышы рәйесенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Сара хәрби ҡаһарманлыҡ, халыҡтар берҙәмлеге һәм ғаилә ҡиммәттәре темаларын берләштергән ҙур байрам концерты менән тамамланды.