Ҡурай
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
19 Февраль , 13:58

Нефтекамала йәшәүсе ҡатын 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Нефтекама ҡалаһында быуаттар сиген тыл хеҙмәтсәне Миңлеғолова Бибий Макаевна үтте. Үҙенең 100 йәшен ул туғандары һәм яҡындары араһында ҡаршылай.

Юбилейы менән уны ҡала хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов, шулай уҡ хакимиәт вәкилдәре ҡотланы.

Бибий Макаевна Үрге Тыхтем ауылында тыуған. Дүрт класты тамамлай һәм ғүмер буйы колхозда эшләй. Уның өлөшөнә Бөйөк Ватан һуғышының һәм илдең һуғыштан һуңғы тергеҙелеүенең ауыр йылдары тура килә.

Бөгөн юбилярҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе бар. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Бибий Макаевна асыҡ хәтерен һаҡлай, урамға сыға һәм көн һайын оптимизм менән ҡаршы ала. Ысын өлгө!

фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте сайты

Нефтекамала йәшәүсе ҡатын 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Нефтекамала йәшәүсе ҡатын 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас