Ҡурай
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
20 Февраль , 13:05

Краснокамала ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды

Краснокама районында заманса ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды. Был республикала һуңғы технологиялар буйынса йыһазландырылған тәүге учреждение. Яңы консультация Николо-Берёзовкалағы 1-се поликлиника бүлексәһенең икенсе ҡатында урынлашҡан.

Краснокамала ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды
Краснокамала ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды

Краснокама районында заманса ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды. Был республикала һуңғы технологиялар буйынса йыһазландырылған тәүге учреждение. Яңы консультация Николо-Берёзовкалағы 1-се поликлиника бүлексәһенең икенсе ҡатында урынлашҡан.

Кабинеттарҙа заманса ремонт яһалған. Бында эксперт класындағы ультра тауыш тикшереүе, кардиотокография өсөн аппараттар, мобиль бригадалар өсөн күсмә УЗИ-аппарат бар. Шулай уҡ республиканың алдынғы белгестәре менән райондан сыҡмайынса кәңәшләшергә мөмкинлек биргән телемедицина индерелгән.


Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар бер урында медицина хеҙмәттәренең тулы спектрын алыу мөмкинлегенә эйә. Бында өс гинеколог һәм дүрт акушерка эшләй. Поликлиниканың көндөҙгө стационарында акушер-гинекология койкалары ҡаралған, унда бәләкәй операциялар үткәрергә һәм токсикозды дауаларға мөмкин.


Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы район хакимиәте, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм үҙәк район дауаханаһы менән берлектә булдырылған. Проект «Ғаилә» милли проектына ингән «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырылған. Модернизациялауға федераль һәм республика бюджеттарынан 33 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.


Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын тантаналы асыуҙа һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Һәүбәнова һәм район хакимиәте башлығы Алексей Горбачёв ҡатнашты. Татьяна Һәүбәнова ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Элекке кабинеттар медицина хеҙмәткәрҙәре алдында торған бурыстарҙы тулыһынса үтәй алмай ине, сөнки милләт сәләмәтлеге ҡатын-ҡыҙ һаулығына бәйле.


Алексей Горбачёв, консультация асыу - ул һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау ғына түгел, шулай уҡ демографик хәлде яҡшыртыуға, ғаиләләрҙең именлегенә һәм Краснокама районының киләсәгенә стратегик өлөш тә, тип билдәләне.

Автор: Ирина Валиева
Читайте нас