Ҡурай
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
23 Февраль , 13:24

Режиссер Редик Ганиев Луганск драматурғы пьесаһы буйынса спектакль ҡуйған

Туймазы дәүләт татар драма театры 2025 йылдың көҙөндә Светлана Тишкинаның «Ҡатын-ҡыҙҙар» пьесаһы буйынса спектаклен тәҡдим итте. Спектаклдең режиссеры – Краснокама районы Яңы Мошто ауылында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Николо-Берёзовкала йәшәгән сәнғәт эшлеклеһе Редик Ғәниев.

Режиссер Редик Ганиев Луганск драматурғы пьесаһы буйынса спектакль ҡуйған
Режиссер Редик Ганиев Луганск драматурғы пьесаһы буйынса спектакль ҡуйған

Туймазы дәүләт татар драма театры 2025 йылдың көҙөндә Светлана Тишкинаның «Ҡатын-ҡыҙҙар» пьесаһы буйынса спектаклен тәҡдим итте. Спектаклдең режиссеры – Краснокама районы Яңы Мошто ауылында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Николо-Берёзовкала йәшәгән сәнғәт эшлеклеһе Редик Ғәниев. Луганск Мәғлүмәт үҙәгенә биргән интервьюһында ул үҙенең яңы проекты хаҡында һөйләй.
- Редик Фирҙәүес улы, Светлана Тишкинаның пьесаһы менән нисек таныштығыҙ, һәм был текста һеҙҙе нимә йәлеп итте?
- Беҙ «ВКонтакте» социаль селтәрендә осраштыҡ. Светлана миңә үҙенең бер нисә пьесаһын тәҡдим итте, һәм «Ҡатын-ҡыҙҙар» шунда уҡ мине йәлеп итте. Мин ошо спектаклде ҡуйыу идеяһы менән илһамландым һәм уны бер нисә театрға, шул иҫәптән Туймазы театрына тәҡдим иттем. Әммә финанс ауырлыҡтар шунда уҡ эшкә тотонорға ирек бирмәне.
Театр етәкселеге иҫә «Рус миҙгелдәре» гранттар конкурсында ҡатнашып ҡарарға булған. Грантты отоуыбыҙ хаҡында хәбәр иткәндә ғаиләм менән Кырымда ял итә инек. Был минең ял кәйефемде эш яғына бороп, ҡырҡа үҙгәртте: спектаклде ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡуйырға кәрәк ине.

- Ни өсөн 11 йыл низағты кисергән авторҙарға һүҙ биреү мөһим?
- Беҙҙә лә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ауырлыҡтар етерлек, әммә Донбаста йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрһәтеү минең өсөн бик мөһим ине. Уларҙың тарихы уникаль.

- Тишкина менән эшегеҙ нисек торҙо?
- Беҙ даими аралашып торҙоҡ, әммә етди төҙәтмәләр һораманым. Пьесаны ҡыҫҡартыу мәлдәре булды, әммә барыһын да килешеп эшләнек. «Бына ошо урында ҡыҫҡартам, бында тулыландырам», - тинем, ә ҡайҙа өҫтәмә кәрәк икән Светлананың үҙе яҙыуын һораным.
Беҙҙең төп эш персонаждарҙы мөмкин тиклем тулыраҡ бойомға ашырыуға ҡайтып ҡалды. Беҙ күп аралаштыҡ, Донбастың колоритын сағылдырыу өсөн деталдәрҙе һәм көнкүреш ваҡ-төйәктәрен тикшерҙек. Тап татар телендә һөйләшкән Донбасс ҡатын-ҡыҙҙарын күрһәтеү беҙҙең өсөн бик мөһим ине.

- Ни өсөн һеҙ һуғышҡа «ҡатын-ҡыҙ» ҡарашын һайланығыҙ?
- Ир кеше һәм элекке хәрби хеҙмәткәр булараҡ, мин аңлайым: һалдат өсөн иң мөһиме – яҡын кешеләр. Яратҡан ҡатын-ҡыҙ, әсәй, балалар, йорт – былар барыһы ла тыл. Тыл ныҡ булһа, һалдатҡа еңелерәк.
Тыуған йорт һәм яҡын кешеләрҙең мөхәббәте көс бирә. Был хаҡта үҙемдең спектаклдә әйтергә теләйем. Әлбиттә, окоп тарихын күрһәтергә кәрәк, әммә улар тылһыҙ мөмкин түгел.

- Һеҙ спектаклдә татар мәҙәни контексын файҙаланаһығыҙмы?
- Тик телде генә. Беҙ татар телендә һөйләшкән Донбасс ҡатын-ҡыҙҙарын күрһәтергә теләнек, беҙ уларҙы татар ҡатын-ҡыҙҙарына әйләндермәнек.

- Ни өсөн Башҡортостанда хәҙерге ҡатмарлы драматургияға спектаклдәр шул тиклем әүҙем ҡуйыла?
- Аныҡ ҡына әйтеүе ҡыйын, бәлки, эш беҙҙең тарихи мираҫыбыҙҙалыр. Башҡорттар элек-электән яугир халыҡ булған, ул, моғайын, беҙҙең характерҙа ла сағылалыр. Беҙ игенселәр түгел, ә яугирҙар. Был беҙҙең ҡандалыр, моғайын, шуға күрә донъялағы һәм илебеҙҙәге ваҡиғаларҙы бик киҫкен күрәбеҙ.
Өҫтән бер ниндәй ҙә «заказ» булманы: барыһы ла үҙебеҙҙең теләк буйынса, йөрәк ҡушыуы буйынса эшләнде. Хәҙер бөтә театрҙарҙа ла СВО тураһында спектаклдәр бар. Был ихлас күңелдән шулай, тип уйлайым. Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарыбыҙ беҙҙе илһамландыра, ижадҡа этәрә.

- СВО кеүек ваҡиғаларҙы аңлауҙа театр ниндәй роль уйнай, тип уйлайһығыҙ?
- Театр трибуна ла, психотерапевт та булырға, үҙ ваҡытын сағылдырырға һәм шул ваҡыт эсендә йәшәргә тейеш.
Һәр режиссёрҙың үҙ ҡарашы. Тамаша өсөн генә эшләгән театрҙар бар. Ләкин минең өсөн театр – ул трибуна, психотерапевт һәм минең фронт. Беҙ, сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ фронттабыҙ. Беҙҙең бурыс - оборонаны үҙ участкабыҙҙа тотоу. Мин йыш ҡына концерттар үткәрәм һәм улар илһөйәр, «мейеләрҙе таҙартыу» өсөн рухлы булһын өсөн тырышам. Залда тулыһынса формалашмаған ҡарашлы кешеләр бар, ә кемдер һайлау алдында тора. Беҙ уларға: «Беҙ дөрөҫлөк яғында», тигәнде еткерергә тейешбеҙ.

- «Ҡатын-ҡыҙҙар»ҙы ҡарағандан һуң тамашасының залдан ниндәй фекерҙәр менән сығыуын теләйһегеҙ?
- Һәр тамашасы үҙенекен алып сығар, моғайын. Әммә мин уларҙың дөрөҫлөктө күреүен теләр инем. Беренсенән, сәхнә дөрөҫлөгө, икенсенән, телевидениела күрһәтелмәгән мәғлүмәт. Тамашасы Донбастағы ябай кешеләр менән нимә булғанын аңлаһын.
Спектаклдең тамаша урыны үҙгәрмәй - барыһы ла өйҙә бара. Тормоштағы кеүек, иң мөһим мәсьәләләр өҫтәл артында хәл ителә. Был хис-тойғо ҡалыр, тип ышанам.
Премьеранан һуң яҙылған баһаламаларға ҡарағанда, был килеп сыҡты. Миңә күп тамашасылар шылтыратты, иланыҡ, әле булһа иҫкә килә алмайбыҙ, тинеләр. Күп тапҡыр Донбасҡа барған бер яҙыусы былай тине: «Мин был кешеләрҙе таныным. Мин сәхнәлә Донбасста үҙем осратҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрҙем, улар минең репортаждарыма ҡарағанда ла тәрәнерәк асылды - бында улар минең һорауҙарымдан башҡа, үҙҙәре хаҡында үҙҙәре генә һөйләне». Ошоноң арҡаһында спектакль ҙур аншлаг менән баралыр, тип уйлайым.

Авторы Глеб Бобров, ЛуганскИнформЦентр хәбәрсеһе. Луганск шәһәре.

Автор: Ирина Валиева
Читайте нас