

Нефтекамала Башҡортостан Республикаһы суд системаһы судьялары, ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ уларҙың балалары араһында «Саңғы һабантуйы» уҙышы үтте.
Был үҙенсәлекле проект бөтә ғаилә менән ваҡыт үткәреүгә йүнәлтелгән. Ярыштарҙа судьялар аппараты хеҙмәткәрҙәре генә түгел, уларҙың балалары ла ҡатнаша. Саңғыға сыҡмағандар өсөн төрлө күңел асыу программалары, саф һауала уйнау, төшкө аш әҙерләү һәм хатта артистарҙың сығыштары ойошторолды.
Быйыл «Саңғы һабантуйы» һигеҙенсе тапҡыр үтте, ләкин тәүге тапҡыр — Өфөнән ситтә. Бындай ҡарар ҙур Һәм татыу Башҡортостан Республикаһын яҡшыраҡ белергә һәм берләштерергә мөмкинлек бирҙе. Сара әүҙем ял итеү һәм команда рухын нығытыу өсөн майҙансыҡ булып торды, шулай уҡ махсус хәрби операцияға ярҙам итеү маҡсатында үткәрелде.
Ярыштарҙа бөтәһе 128 кеше ҡатнашты, иң кесе ҡатнашыусынан, уға ни бары 4 йәш, иң өлкәненә тиклем 73 йәш. Ҡатнашыусылар араһында республиканың иң алыҫ мөйөштәренән, шул иҫәптән Күмертауҙан һәм Әбйәлил районынан вәкилдәр булды.
Ярыштар етди кәйеф менән үтте һәр кем үҙ йәш категорияһында сығыш яһаны. Эстафета аҙағында беренсе урынды Башҡортостан Республикаһы юғары Суды командаһы яуланы.