Ул профессиональ спортсы түгел һәм тимер аттарға 30 йәшендә генә баҫҡан, үҙ улдарының өлгөһөнә эйәреп. Бөгөн Андрей Дмитриев — Краснокама районы йыйылма командаһының капитаны ғына түгел. Ул — урындағы шуғалаҡты тирә-яҡта иң яҡшыһы иткән, ә хоккейҙы «артҡы ихаталарҙан» спорт тормошоноң алғы һыҙығына сығарған кеше.

Улдар — драйвер
Ғәдәттәгегә ҡаршы, хоккейға балаларын түгел, ә киреһенсә балалары Андрейҙы килтергән . Өлкән улы Левты ҡайҙа урынлаштырыу мәсьәләһе килеп тыуғас, һайлау Нефтекамалағы «Торос» хоккей клубына төшкән. Әммә үҙең бер ҡасан да боҙға баҫмай баланың мауығыуын нисек аңларға? Шулай итеп, 30 йәшендә Андрей тәүге тапҡыр тимер аяҡ кейгән.
Бөгөн Дмитриевтарҙа өс хоккейсы: Лев (ул икенсе йыл рәттән команданың иң яҡшы уйынсыһы тип таныла), уртансы Максим һәм һигеҙ йәшлек Артемий, ул инде боҙға һөжүмсе булып сыға. Ә аталары, уларға ҡарап, шыуырға ғына өйрәнеп ҡалмай — ул район үҙәгендә хоккей тормошон һаҡлаусы төп көскә әүерелгән.
Ҡыйыҡһыҙ иң яҡшы шуғалаҡ
«Нефтекамала ла бындай юҡ», — ти урындағылар район үҙәгендәге шуғалаҡ тураһында. Был — Дмитриев етәкләгән энтузиастар командаһының ҙур хеҙмәте һөҙөмтәһе, арттырып әйтеү түгел.
Шуғалаҡты тултырыу бында ысын ритуал һәм намыҫ эше. Андрей быға бөтөн ғаиләһе менән килә. Технология оҫталыҡ талап итә: бер нисә ҡатлам, улар араһына билдәләү өсөн буяу һалына, һәм финаль «һырытыу» эҫе һыу менән эшләнә. Ә боҙ әҙер булғас, көндәлек тәртип башлана: көрәктәр һәм ҡырғыстар һәр ваҡыт әҙер тора. Уйынға сыҡҡансы, уйынсылар бергәләп ҡар таҙарта. Капитан үҙе беренсе булып өлгө күрһәтә.
Физкультура һәм спорт комитеты рәйесе Раһимзян Шәйхетдинов: «Ул — минең йәмәғәт башланғыстарындағы урынбаҫарым. Уға шылтыратам — мәсьәлә хәл ителә», - ти, ә һуңынан йылмайып өҫтәй: «Ул мине лә елтерәтеп кенә тора: әлое ҡапҡа селтәре өҙөлгән, әле кәртә һынған — барыһын да эшләтергә тырыша. Эй, эшләмәй генә ҡара!»
Яңы инвентарь кәрәк булһа, Андрей бюджеттан ярҙам көтмәй. Үҙ иҫәбенә лә һатып ала ала, хатта Ҡазандан туңмай торған шланг ҡайтарта. Уның өсөн иң ҙур рәхмәт — шуғалаҡтың буш тормағанын күреү. Һуңғы ҡыштарҙа бында балалар күп. Димәк, алмаш үҫә.
«Хоккей — ихтыяж»
Дмитриевтар ҡалала йәшәй, Андрей эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Эштән ҡайтҡас, диванға йығылыу логик кеүек. Әммә аяҡтар үҙҙәре шуғалаҡҡа тарта. "Хоккей — минең ихтыяж. Уйын миңә көтөп булмаҫлыҡ ләззәт бирә. Бында мин бөтөн проблемаларҙы онотам. Ошо — минең өсөн ял", — ти ул.
Капитандың әҙерлек серҙәре юҡ: фитнес менән дә шөғөлләнмәй, йәйәү дә күп йөрмәй. Бөтә әҙерлек шунда уҡ, боҙҙа, уйын ваҡытында бара.
Ғаилә подряды һәм йәштәргә ышаныс
«Кама таңдары» район гәзите кубогына турнирға Андрей команданы үҙе йыйҙы. Нефтекама һәм Ҡалтасы ауылы Күтәрәм бистәһенән килгән ярышташтары менән үҙе һөйләшкән. Ябыҡ ареналарға күнеккән уйынсылар классик шуғалаҡҡа уйнарға бик теләп килә — атмосфера башҡа, тиҙәр.
Был юлы Краснокама өсөн уйнаған өлкән Дмитриев өсөн ҡатыны һәм кесе улы йән атарға килгәйне. Тик капитанды бер нәмә борсой — йәштәрҙең күсеп китеүе. Элек район үҙәгендә ике команда ине, әммә егеттәр кайһы ҡая китешеп бөткән. Шуға күрә Саҡмағышта уҙған зональ уйындарға спортсыларҙың район намыҫын яҡларға ераҡтарҙан да ҡайтыуы бигерәк ҡиммәтле. Лева Дмитриев иҫә армия саҡырылышына тиклем Краснокапма өсөн уйнарға өлгөргән һәм командаға бронза призер булырға ярҙам иткән.
Һүҙ аҙағына
Беҙ һөйләшкән арала, Андрей ҡырыйҙан ғына уйынсыларҙың форманы дөрөҫ йыйыштырыуын һәм инвентарҙы урынына ҡуйыуын күҙәтеп торҙо. Был өсөн шуғалаҡ эргәһендә хәҙер ике бүлкә бар — элекке бинаға йүгереп барырға кәрәкмәй. Ваҡ-төйәк кеүек, әммә уңайлыҡ.
Киткәндә, хоккейсылар ябай ғына хушлашманы. Улар рәхмәт әйтте. Уйын өсөн, адреналин өсөн, боҙға сығыу мөмкинлеге өсөн. Был рәхмәттең күп өлөшө, әлбиттә, уға — команда мәнфәғәттәре өсөн бөтөн нәмәне икенсе планға ҡуйған кешегә юлланды.