Ҡурай
+18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Краснокама районында йәшәүсе ҡатынға торлаҡ сертификаты тапшырылды

Краснокама районында тәүге тапҡыр етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар категорияһына ҡараған һәм 23 йәше тулған кешеләргә төҙөк торлаҡ һатып алыуға социаль түләү (торлаҡ сертификаты) бирелде. Сертификат суммаһы 4 миллион һум самаһы тәшкил итә.

Был сертификатҡа Елизавета Ибрашева лайыҡ булды. Елизавета 9 йәшендә етем ҡала, Дербеневтарҙың тәрбиәгә алынған ғаиләһендә тәрбиәләнә. Сертификатты район башлығы Алексей Горбачев тапшырҙы.

Үҙенең буласаҡ һөнәрен Елизавета үҫеп килгән быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү менән бәйләргә ҡарар итә, сөнки ул балалар менән эшләүҙе бик ярата. Мәктәптән һуң Нефтекама педагогия колледжын башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп тамамлай. Һәм бына инде дүртенсе йыл Елизавета Эдуардовна Новокабанов мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы, шулай уҡ интернатта тәрбиәсе булып эшләй. Йәш белгес коллективҡа ҡушыла, һәм хәҙер үҙенең профессиональ күнекмәләрен уңышлы ҡуллана. Параллель рәүештә юғары уҡыу йортонда «Социаль педагог-психолог» һөнәре буйынса юғары белем ала.

Шәхси торлаҡ – ул квадрат метр ғына түгел. Ғаилә ярҙамынан мәхрүм ҡалған етемдәр өсөн был хәүефһеҙлек нигеҙе һәм үҙ аллы тормошҡа тәүге аҙым. Шуға күрә был йәһәттән дәүләт программалары ҙур ярҙам күрһәтә.

Краснокама районында йәшәүсе ҡатынға торлаҡ сертификаты тапшырылды
Краснокама районында йәшәүсе ҡатынға торлаҡ сертификаты тапшырылды
Автор: Лилия Насртдинова   
Читайте нас