Нефтекаманан лицей уҡыусыһы - олимпиада еңеүсеһе

Нефтекама ҡалаһының 1-се лицейы уҡыусыһы Денис Филиппов химия буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеүсе булды. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров уға шәхсән Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Нефтекаманан лицей уҡыусыһы - олимпиада еңеүсеһеНефтекаманан лицей уҡыусыһы - олимпиада еңеүсеһе
Нефтекаманан лицей уҡыусыһы - олимпиада еңеүсеһе

Нефтекама ҡалаһының 1-се лицейы уҡыусыһы Денис Филиппов химия буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеүсе булды. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров уға шәхсән Рәхмәт хаты тапшырҙы.

23 марттан 1 апрелгә тиклем «Сириус» федераль биләмәһендә химия буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте. Башҡортостан республикаһы исеменән илдә иң күп һанлы 27 уҡыусынан торған команда сығыш яһаны, уларҙың икәүһе - Нефтекаманан.

Бөтә һынауҙар һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан олимпиадасылары ике беренсе һәм ун ике призлы урын яуланы!  Һөҙөмтәлә наградалар һаны буйынса республика Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән генә ҡалышып, Рәсәйҙең иң яҡшы өс төбәге иҫәбенә инде.

Еңеүселәр иҫәбендә 1-се лицейҙан талантлы ун беренсе класс уҡыусыһы Денис Филиппов та бар. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров уға шәхсән Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Нефтекаманан лицей уҡыусыһы - олимпиада еңеүсеһе
Нефтекаманан лицей уҡыусыһы - олимпиада еңеүсеһе
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас