Николо-Березовканыж «Кама» кафеһында Пасхаға көлсә (кулич) изгеләндерелде

Николо-Березовалағы «Кама» кафеһында Пасхаға көлсә (кулич) изгеләндерелде. Йоланы Изге Николай сиркәүенең настоятеле протоиерей Алексей Тихонов башҡарҙы.

Николо-Березовалағы «Кама» кафеһында Пасхаға көлсә (кулич) изгеләндерелде. Йоланы Изге Николай сиркәүенең настоятеле протоиерей Алексей Тихонов башҡарҙы.

 «Былтыр беҙ тәүге тапҡыр, Алексий атаҡайҙы саҡырып, Пасхаға көлсә изгеләндердек. Һатып алыусыларыбыҙға был бик оҡшаны. Шуға быйыл да уны ҡабатларға ҡарар иттек һәм киләсәктә уны традицияға әйләндерәсәкбеҙ», - ти «Кама» ЯСЙ-һы директоры Рита Солтанова.

Аш-һыу цехында эш ҡайнай. Берәүҙәр тере әсеткелә ҡамыр әҙерләй. Көлсә ҡамыры майлы, йомшаҡ, әмма һығылмалы һәм тығыҙ булырға тейеш. Уға күкәй, аҡ май, шәкәр, ваниль ҡушыла. Ҡамыр ҡулға йәбешеүҙән туҡтағансы оҙаҡ баҫыла. Унан һуң йөҙөм, цукаттар һәм сәтләүек өҫтәлә. Әҙер ҡамыр ябыла һәм ике-өс тапҡыр күтәрелергә бирелә. Был ваҡыт эсендә ҡамыр күләме 2–3 тапҡырға арта, ҡабарынҡы һәм күҙәнәкле була. Әҙер ҡамырҙы ике ҡатын айырым формаларға һалып сыға, һауыттың яҡынса өстән бер өлөшө генә тулырға тейеш, сөнки бешкәндә көлсә күтәрелеп, ҡамыр ташарға мөмкин.

Артабан формалар мейескә ебәрелә. Температура һәм ваҡыт аныҡ ҡуйыла: көлсә бер тигеҙ бешһен, эсе дымлы, әмма сей булмаһын, өҫтө алтынһыу булып ҡыҙарһын. Әҙер көлсәләр һыуытыла, унан һуң икенсе ике ҡатын эшкә тотона. Беренсеһе һәр көлсәнең башын ҡуйы шәкәр глазурына манна, кенсеһе глазур ҡатып өлгөргәнсе, өҫтөнә төрлө төҫлө ваҡ шәкәр шарҙары һибә. Бына шулай көлсәләр матур, байрам кейеменә кейенеп, нәҡ шундай килеш кибет кәштәһендә урын ала.

Тәғәйенләнгән ваҡытҡа протоиерей Алексей Тихонов килеп етте. Изге ғибәҙәт кейемен кейеп, ул аш-һыу цехына үтте, доға уҡып, көлсәләргә изге һыу бөркөнө. Изге һыу әҙер продукция цехына, ит һәм йәшелсә цехтарына, шулай уҡ магазинға бөркөлҙө. Шуға күрә һеҙ «Кама»нан был көндәрҙә нимә генә һатып алмағыҙ — барыһы ла изгеләндерелгән булыр.

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас