

Нефтекама ҡалаһының 7-се мәктәбе кадеттары «Юнга» командаһы «Сыны и дочери Отечества» Бөтә Рәсәй конкурсының һайлап алыу этабында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Конкурс Волгоград ҡалаһында үтте.
Строй әҙерлеге һәм патриотик тәрбиә буйынса ярыштарҙа «Юнга» кадеттары бер нисә номинацияла сығыш яһаны: «Смотр строя и песни», «Знаменная группа» һәм «Группа развертывания флага». Уларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе, командаларҙы аныҡ үтәүе һәм камил дисциплинаһы юғары наградалар ике алтын һәм бер көмөш диплом менән билдәләнә.
Кадеттар шулай уҡ үҙҙәренең вокаль һәм бейеү номерҙарын тәҡдим итеп, ижади номинацияларҙа үҙҙәрен күрһәтте. Бында улар бронза диплом һәм дипломант тигән маҡтаулы исем яулай, үҙ һәләттәренең күп яҡлы булыуын раҫлай.
Солистар Агния Ямиева һәм ЭлизаЯҡупованың сығыштарын билдәләргә кәрәк. Уларҙың башҡорт һәм татар бейеүҙәрен сағыу һәм эмоциональ башҡарыуы бронза дипломдарға лайыҡ булды, илебеҙҙең мәҙәни мираҫына хөрмәт күрһәтте.
Конкурс шарттары буйынса, һайлап алыу этабында еңеүселәр үҙ таланттарын илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә үтәсәк йомғаҡлау этабында күрһәтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.