

Краснокама районының «Прикамье» физкультура-һауыҡтырыу комплексының йөҙөү буйынса тренеры Вера Исмәғилева Татарстандың баш ҡалаһында үткән Ҡазан марафонында район исеменән лайыҡлы сығыш яһаны.
Марафонда Рәсәйҙең 85 төбәгенән һәм донъяның 37 иленән 44 меңдән ашыу спортсы ҡатнашты. Был ғәйәт ҙур спорт байрамында Вера Исмәғилева 42 км 195 метрлыҡ классик марафон дистанцияһын үтте.
Шул уҡ ваҡытта ул үҙенең исемен ярыштар тарихына индерә: еңел атлетика буйынса бөтә Рәсәй ярыштарында 35+ категорияһында 1-се урын, еңел атлетика буйынса Рәсәй Чемпионатында 02:33.18 һөҙөмтәһе менән 3-сө урын.
Фото: «Прикамье» физкультура-һауыҡтырыу комплексы