

Нефтекама ҡалаһы Балалар музыка мәктәбе уҡыусыһы Эльза Куанишбаева «Матрёшка» халыҡ-ара конкурс-фестиваленең 1-сө дәрәжә лауреаты булды. Конкурс Санкт-Петербург ҡалаһында уҙҙы.
Эльза Куанишбаева «Һинең өсөн түгел» йырын моңло, моңһоу итеп башҡарҙы (офицер А.Молчанов шиғырҙарына романс, Н.Девитте музыкаһы).
Был конкурстың финалына ул 2025 йылдың ҡышында Мәскәү ҡалаһында «Ҡышҡы әкиәт» халыҡ-ара конкурсында 2-се дәрәжә лауреат булғас эләгә.
Эльзаны уҡытыусы Әлфиә Яфаева әҙерләгән. Был уңыш - таланттың, эш һөйөүсәнлектең һәм маҡсатҡа ынтылыштың сағыу дәлиле.
Хәҙер Эльза алдында халыҡ-ара конкурстың суперфиналында сығыш яһау бурысы тора, ул 25 июндә Ҡазан ҡалаһында уҙа.