

Яңы Бөртөк ауылы Республика кимәлендә Краснокама районы исеменән лайыҡлы сығыш яһаны һәм «Ҙур тораҡ пункттар» төркөмөндә «Айыҡ ауыл» конкурсында икенсе урын алды.
Был еңеүгә ауыл халҡы, бөтә краснокамалылар берҙәмлеге менән өлгәшелә. Проектта ҡатнашҡан ике йыл эсендә бик күп мәҙәни һәм спорт саралары, агитация эштәре үткәрелде, ҡыҙыҡлы башланғыстар эшләнде һәм тормошҡа ашырылды, ауылдың инфраструктураһы яҡшыртылды. Конкурс өсөн презентация эштәре лә күп ваҡыт һәм тырышлыҡ талап итте. Краснокама халҡы онлайн үткән тауыш биреү этабында ла берҙәмлек күрһәтте.
«Айыҡ ауыл» VII республика конкурсы финалсыларын Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә уҡып ишеттерҙеләр. Аҡсалата сертификаттар һәм дипломдар алған еңеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров бүләкләне.
Бүләк 3 500 000 һум аҡса тораҡ пункт һәм учреждениелар инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтеләсәк.