Ҡурай
+17 °С
Облачно

Краснокама районы уҡыусылары чемпион статусын раҫланы

Краснокама районы Ҡуян ауылы мәктәбе уҡыусылары икенсе йыл рәттән «Президент ярыштары»ның төбәк этабында еңеү яуланы. Хәҙер улар бөтә Рәсәй этабында республика исеменән сығыш яһаясаҡ.

Краснокама районы уҡыусылары чемпион статусын раҫланыКраснокама районы уҡыусылары чемпион статусын раҫланы
Краснокама районы уҡыусылары чемпион статусын раҫланы

Краснокама районы Ҡуян ауылы мәктәбе уҡыусылары икенсе йыл рәттән «Президент ярыштары»ның төбәк этабында еңеү яуланы. Хәҙер улар бөтә Рәсәй этабында республика исеменән сығыш яһаясаҡ.

Ярыштар 28-30 майҙа Ҡуян ауылында үтте. Турнирҙа Республиканың 11 районынан: Архангел, Бөрйән, Борай, Иәнсура, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Краснокама, Кушнаренко, Стәрлебаш, Тәтешле һәм Саҡмағош райондарынан командалар ҡатнашты.

Ярыштарҙа ҡатнашыусылар күпбәйгелә, хәрәкәтсән уйындарҙа, еңел атлетика эстафетаһында етеҙ, тиҙ, көслө уйынсыларҙы асыҡланы. Белемде ярыштарҙың теоретик өлөшөндә күрһәттеләр.

Һөҙөмтәлә Краснокама районы командаһы программаның бөтә төрҙәрендә лә беренсе урындарҙы яуланы. Алда балаларҙы 9-29 сентябрҙә «Орленок» лагерында үтәсәк финал көтә.

Краснокама районы уҡыусылары чемпион статусын раҫланы
Краснокама районы уҡыусылары чемпион статусын раҫланы
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас