Ҡурай
+17 °С
Облачно

Нефтекамала шахмат турниры үтте

Нефтекамала хакимиәт башлығы Кубогына тиҙ шахмат буйынса ҡала тарихында тәүге турнир уҙҙы. Сара Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән интеллектуаль уйын һөйөүселәрҙе берләштерҙе.

Нефтекамала шахмат турниры үттеНефтекамала шахмат турниры үтте
Нефтекамала шахмат турниры үтте

Нефтекамала хакимиәт башлығы Кубогына тиҙ шахмат буйынса ҡала тарихында тәүге турнир уҙҙы. Сара Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән интеллектуаль уйын һөйөүселәрҙе берләштерҙе.

Турнирҙа ҡатнашыусыларҙың йәше 7 йәштән 78 йәшкә тиклем, шахмат таҡталары артында мәктәп уҡыусылары һәм пенсионерҙар осрашты, был уйында йәш мөһим түгеллеген күрһәтте. Ҡатнашыусыларҙы Нефтекама хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов һәм ярыштарҙың абруйлы ҡунағы Денис Хисмәтуллин, нефтекамала тыуып үҫкән, рәсәй шахматсыһы, Башҡортостандан беренсе гроссмейстер, шахмат буйынса Бөтә рәсәй ярыштарының күп тапҡыр еңеүсеһе, Ҡырым Республикаһы шахмат Федерацияһы президенты сәләмләне.

Тиҙ шахматтың үҙенсәлеге ҡаты ваҡыт сиктәрендә: партияға ни бары 10 минут, өҫтәүенә һәр хәрәкәт өсөн өҫтәмә 5 секунд бирелә. Бындай шарттарҙа уйынсыларға тиҙ эш итергә, хәрәкәттә комбинациялар уйлап табырға һәм хаталарҙан ҡасырға тура килә бәләкәй генә хата ла еңелеүгә килтереүе ихтимал. Ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе һәм партиялар барышын судьялар иғтибар менән күҙәтә, ҡатнашыусылар өсөн мөмкин тиклем һиҙелмәй ҡалырға тырыша.

Көсөргәнешле көрәш йомғаҡтары буйынса төрлө йәш категорияларында еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде.

Нефтекамала шахмат турниры үтте
Нефтекамала шахмат турниры үтте
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас