Ҡурай
+24 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
12 Августа , 06:42

Нефтекамала мода конкурсы үтте

Нефтекама ҡалаһында матурлыҡ индустрияһы һәм еңел сәнәғәт донъяһында сағыу ваҡиға — «Мода көнө | 4 мода миҙгеле» бөтә Рәсәй конкурсы үтте. Был уникаль проект бәләкәй ҡалаларҙа мода һәм стилде популярлаштырыу маҡсатында булдырылған, талант һәм илһам мегаполистарҙың масштабына бәйле түгеллеген иҫбатлай.

Нефтекамала мода конкурсы үттеНефтекамала мода конкурсы үтте
Нефтекамала мода конкурсы үтте

Нефтекама ҡалаһында матурлыҡ индустрияһы һәм еңел сәнәғәт донъяһында сағыу ваҡиға — «Мода көнө | 4 мода миҙгеле» бөтә Рәсәй конкурсы үтте. Был уникаль проект бәләкәй ҡалаларҙа мода һәм стилде популярлаштырыу маҡсатында булдырылған, талант һәм илһам мегаполистарҙың масштабына бәйле түгеллеген иҫбатлай.

Сараны ойоштороусы - Чебоксарҙан «Бәләкәй Айыу» командаһы. Нефтекамала һигеҙенсе миҙгел проектын фотограф һәм моделдәр мәктәбе етәксеһе Ирина Абдулова тормошҡа ашырҙы.

Ҡатнашыусыларҙың географияһы һоҡландыра: дизайнерҙар Новочебоксарск, Чебоксар, Глазов, Ижевск, Киров һәм башҡа ҡалаларҙан килде. 17 дизайнер үҙҙәренең ижади эштәрен тәҡдим итте, улар 22 уникаль коллекция күрһәтте. Подиумға тамашасыларға һәм жюриға образдар тәҡдим иткән 110 модель сығты. Күп ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар сараның камил кимәлен һәм ижади мөхитен билдәләне.

Конкурстың төп бүләген Һәм еңеүсе исемен Бөрө ҡалаһынан дизайнер Зөһрә Мөнирова яуланы - уның «Өйәҙ романтикаһы» коллекцияһы жюри ағзаларын ихласлығы һәм стиле менән таң ҡалдырҙы.

 

Нефтекамала мода конкурсы үтте
Нефтекамала мода конкурсы үтте
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас