

Краснокама районы командаһы Башҡортостан Республикаһының XXXIV ауыл спорт уйындары сиктәрендә өҫтәл теннисы буйынса финал ярыштарында икенсе урын яуланы.
Ярыштар 14-16 августа Краснокама районынын Николо-Берёзовка ауылында үтте - турнир ысын спорт байрамына әүерелде һәм районыбыҙҙың республика старттарының ҡунаҡсыл баш ҡалаһы булараҡ юғары статусын раҫланы.
Өҫтәл артында республиканың 24 ауыл районынан һәм ҡала округынан көслө спортсылар осрашты. Һәр уйын ярышыу рухы һәм еңеүгә ынтылыш менән һуғарылды.
Команда иҫәбе йомғаҡтары буйынса беренсе урынды Өфө районы командаһы, икенсене - Краснокама районы, өсөнсөнө Ҡырмыҫҡалы районы командаһы яуланы.
Шәхси беренселектә Краснокаи районы спортсылары ла иҫ киткес һөҙөмтәләр күрһәтте: беренсе урынды Динә Яҡупова, икенсе урынды Ильяс Ғәйфуллин яуланы.