

Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылы мәктәбендә урынлашҡан оҫтахана өсөн махсус рәүештә заманса профессиональ ҡорамалдар – керамика яндырыу өсөн муфель мейесе, балсыҡ ҡатламдар өсөн тәгәрмәсле һәм педаль менән идара ителгән өс көршәксе түңәрәге һатып алынган.
Боронғо һөнәргә беренсе булып 9-10 һәм 13-14 йәшлек балалар ҡағылды һәм үҙҙәрен оҫта ролендә һынап ҡараны. Ижади дәрестә улар ысын ҡорамалдар менән танышты. Шулай уҡ балалар үҙҙәренең тәүге шедеврҙарын ижад итте. Һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Людмила Изергинаның һиҙгер етәкселеге аҫтында уҡыусылар материал әҙерләү серҙәрен белде. Балалар ҡулдан ҡойоуҙы мауығып үҙләштерде.
Йомшаҡ балсыҡ менән эшләү балаларҙа ҙур һоҡланыу уятты. Бындай дәрестәр яңы оҫталыҡҡа өйрәтеү генә түгел, ә ҡулдарҙың ваҡ моторикаһын яҡшы үҫтерә, балаларға тупланған мәктәп арыуын бөтөрөргә һәм фантазия күрһәтергә ярҙам итә.
Проект бөтә уҡыу йылына иҫәпләнгән. Был ваҡыт эсендә Краснокама районының кәм тигәндә 120 балаһы һәм үҫмерҙәре, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, көршәкселектең төп курсына бушлай уҡытыу үтәсәк.
Проект президент гранттары фонды биргән Рәсәй Федерацияһы Президенты грантын файҙаланып тормошҡа ашырыла.