Ҡурай
+10 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
8 Октября , 09:38

Краснокамалар «Шиповка юных»ла өсөнсө булды

Краснокама районынын Арлан ауылы мәктәп-интернатының «Спартак» мәктәп спорт клубының уҡыусылар-спортсылар командаһы 2013-2014 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр араһында еңел атлетика дүртбәйгеһе буйынса бөтә Рәсәй ярыштарында ауыл мәктәптәре төркөмө буйынса 3-сө урын яуланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Краснокамалар «Шиповка юных»ла өсөнсө булдыКраснокамалар «Шиповка юных»ла өсөнсө булды
Краснокамалар «Шиповка юных»ла өсөнсө булды

Краснокама районынын Арлан ауылы мәктәп-интернатының «Спартак» мәктәп спорт клубының уҡыусылар-спортсылар командаһы 2013-2014 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр араһында еңел атлетика дүртбәйгеһе буйынса бөтә Рәсәй ярыштарында ауыл мәктәптәре төркөмө буйынса 3-сө урын яуланы.

Быйыл дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында дүртбәйге буйынса бөтә Рәсәй ярыштарының Финал этабы 29 сентябрҙән 8 октябргә тиклем Сочиҙа «Көньяҡ спорт» спорт комплексы базаһында үтте. Ярыштар өс йәш төркөмөнә бүленә, уларҙың һәр береһе ике көн дауам итте.

Стартҡа Рәсәйҙең бөтә мөйөштәренән командалар сығты Калининградтан Камчаткаға тиклем. Башҡортостан республикаһы исеменән республика ярыштарында еңеүселәр — Арлан ауылы мәктәп-интернатының «Спартак» мәктәп спорт клубының уҡыусылар-спортсылар командаһы лайыҡлы сығыш яһаны.

Ярыш көндәрендә балалар бер нисә дисциплинала үҙ көстәрен, оҫталығын, тиҙлеген күрһәттеләр – төрлө дистанцияға йүгереүҙә, йүгереүҙән оҙонлоҡҡа һикереүҙә, снаряд ырғытыуҙа. Һөҙөмтәлә Арлан мәктәп-интернаты командаһы 634 мәрәй һөҙөмтәһе менән 3-сө урын яуланы.

Бындай тәьҫирле һөҙөмтә - балаларҙың үҙҙәренең дә, уларҙы стартҡа әҙерләгән һәм ярыштарҙың һәр этабында оҙатып йөрөүсе тренерҙарҙың да (Евгений Раянов, Владимир Спиридонов) ҡаҙанышы.

Краснокамалар «Шиповка юных»ла өсөнсө булды
Краснокамалар «Шиповка юных»ла өсөнсө булды
Автор:Лилия Насртдинова   
Читайте нас