Ҡурай
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 Октябрь , 10:59

Башҡорт теленән олимпиада

2024 йылдың 9 октябрендә бөтә республика буйлап башҡорт теле буйынса онлайн-олимпиада үтә. Белемеңде 11 октябргә тиклем тикшерергә мөмкин.

Ҡатнашыу өсөн олимпиада сайтында теркәлергә кәрәк: vk.cc/cBTvlf.

Ҡатнашыусылар 30 һорауҙан торған тест үтәсәк. Үтеү ваҡыты — 45 минут.

Тест үтер алдынан ҡатмарлылыҡ кимәлдәренең береһен һайларға кәрәк:
— башланғыс кимәл;
— ирекле кимәл;
— башҡорт теле диалекттары.

Тестан һуң һәр ҡатнашыусы һөҙөмтәһе яҙылған сертификат ала. Иң күбе 100 балл йыйырға мөмкин.

Олимпиада тамамланғандан һуң дөрөҫ яуаптар сайтта баҫыласаҡ: vk.cc/cBTvlf.

Теркәлгәндә, тест үткән мәлдә техник яҡтан йәки сертификат алғанда ҡыйынлыҡтар тыуһа, +7 (3472) 46-58-24 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Олимпиаданы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм «Мираҫ» йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды үткәрә. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: