Ҡурай
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 Октябрь , 14:25

«Белем» йәмғиәтенең Ата-әсәләр берләшмәләре башланғыстары конкурсы

Башҡортостандағы ата-әсәләрҙе «Белем» йәмғиәтенең Ата-әсәләр берләшмәләре башланғыстары конкурсында ҡатнашырға саҡыралар.

Ғаризалар 2024 йылдың 25 октябренә тиклем конкурстың рәсми сайтында ҡабул ителә: vk.cc/cC4XSg. Ҡатнашыу бушлай.

Иң яҡшы проекттар уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҡсалата ярҙам аласаҡ. Еңеүселәр өсөн приз фондының 3 категорияһы ҡаралған:
- 500 мең һум;
- 1 миллион һум;
- 2 миллион һум.

 Конкурсҡа бер нисә йүнәлеш, йәғни:
- гражданлыҡ;
- патриотик;
- рухи-әхлаҡи;
- физик;
- хеҙмәт;
- экологик;
- эстетик тәрбиә һәм ғилми танып-белеү йүнәлештәре буйынса проекттар ҡабул ителә.

Һайлау критерийҙары, ҡатнашыусыларға ҡарата талаптар һәм кәрәкле документтар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән сайтта таныша алаһығыҙ: vk.cc/cC4Yf9.

Конкурста ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия: 8 (800) 333-10-68. Эш ваҡыты: Өфө ваҡыты буйынса сәғәт 07:00-нән 21:00 сәғәткә тиклем.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: